

Тыуған яҡтары, ауылдары тарихын өйрәнеүселәр һис шикһеҙ республика тарихын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә.
Үткән аҙна районыбыҙҙың тормошо мөһим ваҡиғаларға бай булды. Шуларҙың береһе — тыуған яҡты өйрәнеүселәр конференцияһы. Киң күләмле сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Имаева, “Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев, БР Милли музейының этнография бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова һәм урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәктәп музейы етәкселәре, тарих уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Улар районда урынлашҡан ауылдар тарихын, билдәле яҡташтарыбыҙҙың тормош һәм ижад юлын, музей, китапханаларҙың эшмәкәрлеген өйрәнеү, йәштәрҙе һәм балаларҙы илһөйәрлек яҡтан үҫтереү, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалыу, генеалогик тикшеренеүҙәр, милли кейемдәр тарихы һәм яҙмышы кеүек һорауҙарҙы ҡараны.
Осрашыуға йыйылыусыларҙы Гүзәлиә Ғаяз ҡыҙы сәләмләп, барыһына ла уңышлы көн теләне. Кәңәшмәне Абҙан мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, мәктәп музейы етәксеһе Рәүф Рәхмәтуллин алып барҙы.
Иң башта һүҙ Марат Миңлеғәли улына бирелде. Ул Милли музейҙа булдырылған Башҡортостандың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, уның әһәмиәте, бурыстары, маҡсаты һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Йәмғиәт советы составына барлыҡ Башҡортостандан әүҙем тыуған яҡты өйрәнеүселәр алыныуын билдәләп, теләге булғандарға унда инеү шарттарын да аңлатты. Марат Миңлеғәли улы “Башархив” проектына ла туҡталды.
— Башархив — үҙенсәлекле проект. Ул Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. ”Башархив” республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнеүгә ярҙам итәсәк. Артабан башҡа документтарҙы ла асыҡ ҡулланыуға ҡуйырға планлаштырабыҙ, — тине яҡташыбыҙ.
Башҡорт халыҡ кейемдәре, милли биҙәүестәре, уларҙы заманса эшләү юлдары, килеп сығышы хаҡында Сәлимә Марат ҡыҙы бәйән итте. Милли кейемдәрҙә халыҡтың донъяға ҡарашы сағылыуы, уларҙың бай мәғлүмәтле тарихи сығанаҡ булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һорауҙарға яуап бирергә лә өлгөрҙө.
Район ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Зилә Фәйзуллина табын ырыуының тарихы менән таныштырып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәсиә Йосопованың “Арҙаҡлы яҡташтар” тип аталған бай йөкмәткеле телмәре лә диҡҡәт менән тыңланды.
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры Фәрзәнә Хәсәнова белем биреү усаҡтарында тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәктәренең, ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барҙы. Үҙәктәге 63 түңәрәк һәм секцияларҙың 8-е тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлеше буйынса эшләй. Уларҙа йәмғеһе 250 бала шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәр район, республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә әүҙем сығыш яһап, еңеү яулап тора.
Мәктәп музейҙарының әһәмиәте хаҡында Валентиновка ауылының Хәрби дан музейы етәксеһе Наталья Комзалова, китапханаларҙа тыуған яҡты өйрәнеү эшенең нисек ойошторолоуы, ҡаҙаныштар тураһында район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Елена Мортазина һөйләне.
Йыйылыусылар форсаттан файҙаланып, баш ҡала ҡунаҡтарына һорауҙарын биреп, төплө яуап алды, шәжәрә төҙөү, архивтарҙа материал эҙләү буйынса фәһемле кәңәштәр ишетте.
Сара эшлекле шарттарҙа үтеп, бик һөҙөмтәле булды.