Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Сентября 2021, 10:50

Тимерселек — үҙе бер сәнғәт

Тимерселек эше — боронғо кәсеп, ул элек-электән һәр ерҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланған.

Район хакимиәте сайтынанРайон хакимиәте сайтынан
Фото:Район хакимиәте сайтынан

Тимерселек эше  —  боронғо кәсеп, ул элек-электән һәр ерҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Был шөғөл оҫтаһы һәр ауылдың тотҡаһы булған. Ул – үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Бында ижади ҡараш та бик мөһим. 

 Һуңғы ваҡытта йорт өсөн тимерҙән семәрләп төрлө әйберҙәр яһатыусылар һаны артты. Тимерҙән һуғылған көнкүреш яраҡтары, биҙәүестәр, беседка, тәҙрә рәшәткәләре, ҡапҡалар һәм башҡалар бөгөн ҙур һорау менән ҡулланыла.

Тимерселек эше түҙемлелекте, иғтибарлыҡты, физик көс, ижади ҡараш талап итә. Теләһә кем был кәсеп менән шөғөлләнә алмай.

Ринат Рәжәпов  “Тимерҙән эшләнгән әйберҙәрҙе етештереү ойошмаһы” проектына нигеҙ һалыусы.  Район хакимиәтендә кесаҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә уның ниәттәре иғтибар үҙәгенә алынды.

Бөгөн йүнсел ир-уҙамындың үҙенең тимерлеге бар. Тик ул алдағы уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бәләкәй. Ринат Фәнис улы киләсәктә яңы бина төҙөп, шунда яратҡан кәсебе менән ҡолас ташлап шөғөлләнергә хыяллана. “Мин үҙ мәнфәғәтемде генә ҡайғыртмайым. Иң беренсе нәүбәттә, башҡорт халҡының боронғо кәсебен тергеҙеү, йәштәргә өйрәтеү һәм уны ныҡлап үҫтереү теләге миңә тынғы бирмәй”, — ти эшҡыуар.

Эшлекле һөйләшеү барышында Р.Рәжәповҡа адреслы социаль ярҙам күрһәтергә, шулай уҡ районда “Даға” халыҡ кәсептәрен үҫтереү үҙәгенең асылыуына булышлыҡ итергә, тигән ҡарар сығарылды.

Тимерселек эшенә ҡағылған проект районда үҙ урынын табыр һәм  аҡланыр, тип ышанғы килә.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас