

Рәсәйҙең федераль медик-биологик агентлығының төрлө филиалдарының табип-белгестәренән торған отряды Башҡортостан халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Йәкшәмбе көн улар беҙҙең район дауаханаһында халыҡты ҡабул итте.
—Эште Сибай ҡалаһынан башланыҡ, ҡала дауаханаһында бөтәһе 194 сирлене ҡабул иттек. Баймаҡта, Учалыла, Белоретта эшләнек, — тип һөйләй эште ойоштороусы-табип И. Н. Хайтаров. — Бөгөн бына һеҙҙә, артабан Ишембай, Красноусольск халҡын ҡараясаҡбыҙ.
Игорь Николаевич әйтеүенсә, бриагадала бөтәһе 16 врач, улар араһында ололарға ярҙам күрһәтеү буйынса хирург, уролог, акушер-гинеколог, онколог, оториноларинголог, терапевт, офтальмолог бар. Бынан тыш, балаларҙы эндокринолог, аллергол-иммунолог, гастроэнтеролог, офтальмолог, невролог, кардиолог ҡабул итә. Табиптар агентлыҡтың филиалдары булған төрлө ҡалаларҙан — Мәскәүҙән, Һарытауҙан, Санкт-Петербургтан, Межгорье һәм башҡа ҡалаларҙан бар.
Был медицина акцияһының төп маҡсаты — халыҡҡа тәү медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яҡшыртыу, йоғошһоҙ хроник сирлеләрҙе диспансер күҙәтеүгә алыуҙы ойоштороу һәм регионда үлем һанын кәметеү. Табип десанттары халыҡтың һаулығын тикшереп кенә ҡалмай, урындағы аҡ халатлыларға эште, дауалау алымдарын дөрөҫ ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Хеҙмәт көнө дауамында медицина хеҙмәткәрҙәре сирлеләргә артабан дауаланыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәрен бирҙе, күрһәтмәһе буйынса талап ителгәндәргә республиканың йәки агентлыҡтың дауалау учреждениеларында сәләмәтлектәрен нығытыуға йүнәлтте.
Һөҙөмтәлә, табиптар 106 оло кешене һәм 91 баланы ҡарап, тейешле дауалау йүнәлеше биреп өлгөрҙө.