

Башҡортостанда пенсия 825 һумға артҡан
Башстат хәбәр итеүенсә, пенсияның уртаса күрһәткесе артҡан. Быйыл уртаса пенсия 15 320 һум тәшкил иткән, уҙған йылда иһә ул 14 494 һум булған. Пенсионерҙар һанына килгәндә, улар кәмегән: быйыл — 1 159 200, ә былтыр — 1 192 400 кеше пенсия алған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, В.В.Путиндың ҡушыуы буйынса, хаҡлы ялдағыларға өҫтәмә рәүештә 10 000 һум аҡса түләнә башланы. Бының өсөн бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй.