Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Сентября 2021, 11:25

Мин нисек 1-се класҡа барҙым

Уҡыусы балаларҙың мауыҡтырғыс, күңелле йәйге каникулдары тамамланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

(Убалар ауылынан Әлмира Юламанова хәтирәләре)

Уҡыусы балаларҙың мауыҡтырғыс, күңелле йәйге каникулдары тамамланды. Ниһайәт, Белем байрамы — 1 сентябрь килеп етте. Бала-саға, бигерәк тә мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан беренселәр, был көндө шатланып тулҡынланып көтөп алды. Матур мәктәп формаларын кейеп, арҡаларына уҡыу-кәрәк яраҡтары һалынған яңы портфелдәрен артмаҡлаған ҡыҙҙар һәм малайҙар белем усағына ашыҡты.

Хәҙер ата-әсәләр сабыйҙарын уҡыу йылына рәхәтләнеп әҙерләй. Магазиндарҙа йәнең нимә теләй барыһы ла бар, аҡсаң ғына етһен.  Быйыл хөкүмәтебеҙ һәр уҡыусы балаға 10-ар мең һум аҡса биреп бик ҡыуандырҙы. Был һәр кем өсөн ҙур ярҙам, көтөлмәгән бүләк  булды.

Ошоларҙы уйлап, бынан 67 йыл элек үҙемдең беренсе класҡа барыуымды иҫкә төшөрҙөм. Ул ваҡытта бөгөнгө мөмкинселектәрҙе өндә түгел, төштә лә күрмәнек.

 Уҡырға төшөр йылды мәктәпкә барыр мәл еткәнен белмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Бер мәл дуҫ ҡыҙым Миңдефара һәм беҙҙән бәләкәйҙәр менән уйнап йөрөйбөҙ. Беҙҙең урамда байтаҡ ҡына уҡыусыларҙың мәктәпкә барыуҙарына ҡыҙығып ҡарап ҡалабыҙ. Ҡулдарына сумка, муйындарына ҡыҙыл галстук таҡҡандар. Уҡымаһаҡ та, уларҙан күрмәксе, әсәйҙәрҙән галстук алдырып, уйнарға сыҡҡанда таға торғайныҡ. Ҡапыл дуҫ ҡыҙым: “Әйҙә, беҙ ҙә уҡырға барайыҡ”, — ти. “Әйҙә, тик беҙҙе уҡырға алырҙармы икән?” — тим. Киттек. Өҫтөбөҙҙә сыбар күлдәк (мәктәп формаһы юҡ ине), алъяпҡыс кейеп алғанбыҙ  (ул яңы ғына, еңгә бүләге).

 Мәктәп урамына барып индек, уҡыусылар күренмәй, дәрестә булғандарҙыр, ахыры. Ҡайҙа инергә белмәй ҡарап торғанда, бер апай: “Ни эшләп йөрөйһөгөҙ, һылыуҡайҙар?”, — тип өндәште. Беҙ: “Уҡырға килдек!” — тип яуапланыҡ. Ул беҙгә беренсе класс ҡайҙа уҡығанлығын күрһәтеп, артынан эйәртеп алды.

Уҡытыусы апай килеп сыҡты. “Уҡырға килдегеҙме, атай-әсәйегеҙ беләме?” — тине лә, класҡа саҡырҙы. Икебеҙҙе айырым партаға ултыртып, ҡәләм менән дәфтәр бирҙе. Әле лә хәтерләйәм “Л” хәрефен өйрәнәләр ине. Бирелгән тексты шундуҡ ятлап та алдым. Артабан арифметика дәресе башланды. Уҡытыусы апай (Ғәрипова Назафат Хәлил ҡыҙы) өйҙә сыбыҡтан 10 иҫәпләү таяҡсаһы эшләп килергә ҡушты. Атайым миңә сыбыҡтан түгел, ә ағастан шыма ғына таяҡсалар яһап бирҙе.

Өйҙә беҙҙе юғалтҡандар икән. Ҡайтҡас, һорамай киткән өсөн әҙерәк эләкте эләгеүен, әммә беҙ уҡырға барыуыбыҙға бик шат инек. Иртәгәһенә әсәйем менән магазиндан китап, дәфтәрҙәр һатып алдыҡ. 

Дәрес әҙерләргә ултырҙым, әлифбанан өйрәнгән хәрефте ҡабатлайым. Алдағы биттәрҙе асып ҡарайым, әммә уҡый алмайым. Әмәлен таптым, уҡытыусым артынан ҡабатлап, алдан әйтеп ҡарайым, ошо ысул менән өйрәнелмәгән хәрефтәрҙе белеп бөттөм. Шулай итеп,  уҡыусы булып киттем.

 Ул йылдар менән хәҙерге тормошто сағыштырһаң һуш китерлек айырма. Әллә ниндәй зауыҡлы әйберҙәр кеймәһәк тә, ябай ҡағыҙ битенә ҡара ҡәләм менән яҙышһаҡ та белем алыу беҙгә әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт, шатлыҡ бирҙе. Бәләкәйҙән уҡырға теләк көслө ине.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас