

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Рәсәй мәктәптәренә уҡытыуҙың өр-яңы алымдары һәм программалары индерелә башланы, ул эҙмә-эҙлекле дауам итә. Ә инде күптәребеҙ күнеккән элекке эш алымы үткәндәрҙә тороп ҡаласаҡ.
Беҙҙең район инде бер нисә йыл "Заманса мәктәп" проектында ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Заманса мәктәп” федераль проекты "Мәғариф" милли программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, белем биреү усаҡтарында “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар йүнәлешле үҙәктәр эшмәкәрлек итә башланы.
Быйылғы уҡыу йылы башында ошо программа буйынса Тирәкле мәктәбендә яңы йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” асылды. Әгәр элек технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре (ОБЖ) фәндәре буйынса тәрән шөғөлләнеү булдырылһа, хәҙер уҡыусылар заманса ҡорамалдар ярҙамында физика, химия һәм биологиянан яңы форматта белемдәрен үҫтерәсәк. Заманса яраҡлаштырылған бүлмәләрҙә дәрестәр ҙә, унан тыш саралар ҙа уҙасаҡ. Уҡытыусылар “Үҫеш нөктәһе”ндә эшләр өсөн махсус һөнәри программа буйынса өҫтәмә һабаҡ алды.
Тирәкле мәктәбендәге “Үҫеш нөктәһе”н тантаналы асыу сараһында район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, шулай уҡ эшҡыуар Рауил Хөснөтдинов, “Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы” директоры Салауат Нафиҡов ҡатнашты.
Был проект уҡыусыларға үҙ аллы тикшеренеү эштәре, медиаижад менән шөғөлләнергә, һәләттәрен ғәмәлгә ашырырға ярҙам итәсәк. Ауыл мәктәптәре уҡыусыларына был яңылыҡтар ҙур мөмкинлектәргә юл аса.