Инйәр
+20 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
7 Сентября 2021, 09:48

Ат бәйгелә һанала

Ат сабышы – һәр ваҡыт мауыҡтырғыс тамаша

Район хакимиәте сайтынанРайон хакимиәте сайтынан
Фото:Район хакимиәте сайтынан

Өфөлә 28 августа “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының һигеҙенсе һайлап алыу этабы үтте. Сара “Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостн Хөкүмәте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында уҙғарылды. Сабыш 1899 йылдың 27 авгусында тыуған Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналды.

 Йәрәбә буйынса, ярышта Архангел, Туймазы, Мишкә, Әлшәй, Ауырғазы райондарының һәүәҫкәр жокейҙары ҡатнашты. 

Бәйге барышында Башҡортостан Республикаһының Архангел районы хакимиәте кубогы еңеүсеһе булып Дамир Ғәлләмов танылды. Ул Ғәлиәкбәров крәҫтиән-фермер хужалығында тәрбиәләнгән “Малыш” ҡушаматлы атта алғы һыҙатҡа сыҡты. 2-се урынды Ирәндек  айғырында (Рәвил Баһаүетдинов КФХ-һы) Мансур Бикбаув яуланы. Өсөнсө баҫҡысҡа Руслан Бикбаув менән Аспектта (Татьяна Найданова КФХ-һы)  күтәрелде.

Турнирҙың  8-се этабы һөҙөмтәләре буйынса Мансур Бикбаув 7-се, ә Дамир Ғәләмов 10-сы урындарға лайыҡ булды.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас