Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Сентября 2021, 09:38

165 балаға ярҙам күрһәтелде

2021 йылдың 1 июленән 31 авгусҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” изгелек акцияһы уҙғарылды.

Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

2021 йылдың 1 июленән 31 авгусҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”  изгелек  акцияһы уҙғарылды. Маҡсаты —  ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйнау “Ғаилә” район-ара үҙәгендә ойошторолдо.

Ошо арауыҡта тупланған барса әйберҙәр аҙ тәьмин ителгән, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға таратылды.

Һөҙөмтәлә 85 ғаиләлә тәрбиәләнгән 165 бала, шулай уҡ 25 социаль хәүефле ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде.

Хәйриә акцияһында бағыусылыҡ ярҙамын район хакимиәте, В.В.Антипин, А.А.Галина, Д.Н.Морозов, И.Х.Мөхәмәтов, И.А.Юламанова, Д.В.Әхмәтшин, И.Ю.Голованова, У.М.Сорағолов, Р.М.Мамедов, Архангел ауылының үҙәкләштерелгән китапханаһы, Архангел , Арх-Латыш, Орловка, Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәләре, Ҡыҙыл Еҙем, 1-се Архангел, Тирәкле, Максим Горький, Валентиновка мәктәптәре, Йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитеты, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр  клубы, суд приставтарының район бүлеге, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге, “Шәфҡәтлелек” ветерандар һәм инвалидтар йорто, “Әкиәт” балалар баҡсаһы, “Ғаилә” үҙәге, район мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге, “Өмөт нуры” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы, “Мөхәббәт менән” балалар хәйриә фонды, “Рәсәй студенттары отряды” ойошмаһы, “МногодетОК” Башҡортостан Республикаһы ғаиләләре йәмғиәте, “Үҫмер” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюты күрһәтте.

Йыл һайын изге күңелле, йомарт кешеләр, ойошмалар, етәкселәр ярҙамында беҙҙең балалар яңы уҡыу йылын күтәренке кәйеф менән ҡаршылай.  Уҡыусыларға матур, төплө белемгә өлгәшеүҙәрен, тәртипле, сәләмәт булыуҙарын теләргә генә ҡала.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас