Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Мая 2021, 01:30

“Ғаилә ялы”нда “ЭКО Бум”

“Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә саралар уҙғарыуын дауам итә. Сираттағы “ЭКО Бум” тип аталған ғаилә ялы ғәҙәттәгесә күңелле һәм фәһемле үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Мөхәмәтйәрова ойошторған флешмоб менән башланды. Артабан барыһының да иғтибарына тәбиғәтте һаҡлау, көнкүреш ҡалдыҡтары менән дөрөҫ эш итеүгә ҡағылған фильм тәҡдим ителде. Уны ла район мәҙәниәт йортонан Вячеслав Рудзит күрһәтте. Тәмле һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы туҡланыу темаһына арналған әңгәмә лә мауыҡтырғыс булды.
Төрлө мәсьәләләр бирелгән квест-уйын да ололарға ла, кескәйҙәргә лә оҡшаны. Бында сүп-сарҙы дөрөҫ айырыу, тәбиғәтте һаҡлау, “Ҡыҙыл китап” һәм башҡа станцияларҙа ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килде.
Тыуған еребеҙҙең тәбиғәте, уға һаҡсыл ҡараш темаһына плакаттар ҙа төшөрҙөк. Осрашыу һуңында апрель айында үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан балаларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм татлы приздар тапшырылды.
Тотош ғаиләләре менән беҙҙең үҙәккә килеп ял итеүселәрҙең ишәйә барыуы ҡыуандыра. Ата-әсәләргә балалары менән уйындарҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт.
Шулай итеп, “ЭКО Бум” күңелле һәм ойошҡан уҙҙы. Бала- сағаларҙың барыһы ла татлы приз алды. Был мәртәбәле сараның бағыусыһы Т.Р.Ураҙғолов булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ғаилә ялы” һәр айҙың һуңғы шәмбе көнөндә ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт менән беҙҙең “Инстаграм” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендәге төркөмөбөҙҙә танышырға мөмкин.
Елена Швейкина, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге белгесе.
Читайте нас