Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
6 Мая 2021, 00:40

Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” 1-се регион-ара конкурс ойоштороҙо.

Унда беҙҙең райондан “Әкиәт” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының “Аҡбуҙат” төркөмө ҡатнашты. Конкурс дистанцион форматта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында үткәрлде. Бәйгеселәр комиссияға портфолио-презентация, проект һәм видеоролик ебәрҙе.
Билдәле булыуынса, “Әкиәт”тә “Аҡбуҙат” төркөмөндә тәрбиә эштәре алты йыл башҡорт телендә башҡарыла. Тәрбиәселәр Айгөл Хәсәнова, Әнисә Ниғәмова һәм балалар баҡсаһы мөдире Елена Кузнецова конкурсҡа барлыҡ материалдарҙы эшкәртеп, әҙерләп ебәрҙе.
Һөҙөмтәлә, “Әкиәт” балалар баҡсаһының “Аҡбуҙат” төркөмө 1-се регион-ара конкурста еңеү яулап, “Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” исемлегенә инде. Яҡшы күрһәткестәребеҙ матур бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.
Айгөл Хәсәнова,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас