Инйәр
+20 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
5 Мая 2021, 00:25

“Яу юлымды белегеҙ...”

—Атайыбыҙ беҙ бәләкәй саҡта һуғыш тураһында һөйләй ҙә, “Тыңлағыҙ һәм минең яу юлдарымды яҙып барығыҙ”, тип дәфтәр менән ҡәләм тоттороп өҫтәл артына ултырта торған ине, — тип аталары тураһында һүҙ башланы Абҙан ауылында тыуған, Гөлсирә һәм Нәсимә Миңниғәлим ҡыҙы Бикбулатовалар.

Граждандар һуғышынан һуң илебеҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәү шарттары бик ауырлаша. Төрлө үҙгәрештәр сыуалышында халыҡ аңҡы-тиңке булып көн күрә. Тап бына ошо йылдарҙа (1924 йылда) Абҙан ауылында Мәғзүмә һәм Хәйбулла Бикбулатовтарҙың ғаиләһендә тағы ла бер ул донъяға килә. Уға Миңниғәлим тип исем ҡушалар. Ата-әсәһенең ғаиләһе бик ишле була. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр хеҙмәт, ғәҙелһеҙлек хөкөм итһә лә “Илдә сәпсек үлмәй”, тигән мәҡәлдәге кеүек ауыл халҡы, шул иҫәптән Бикбулатовтар ҙа тарихтың ошо күңелһеҙ ваҡиғаларын артта ҡалдырып, Совет иленә аяҡ баҫа.
Миңниғәлим Хәйбулла улы ауылдың ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, ФЗО-ла белем ала. Унда ярты йыл уҡығандан һуң, колхозда хеҙмәт юлын башлай.
Фашистик Германия илебеҙгә баҫып ингәндә уға бары 17 йәш кенә була. Уны бер туған Ғилмулла ағаһы, ике туғандары менән бергә фронтҡа саҡырталар. Йәш үҫмер Алкино аша Харьков яҡтарына ебәрелә. Бөгөн генә 17-18 йәштәге улдарыбыҙҙы һаман иркәләйбеҙ, сабый итеп күрәбеҙ, ә заманында улар ил, миллионлаған кеше яҙмышын хәл иткән, утты-һыуҙы үтеп, ҡурҡыу белмәй дошманға ҡаршы барған Ватан һаҡсыһы һаналған.
Йәш һалдат 560-сы артиллерия полкының 319-сы уҡсылар дивизияһында разведчик-күҙәтеүсе булып хеҙмәт итә. Бәләкәйҙән үк тау-урмандарҙы ҡыҙҙырырға, ағас баштарынан ғына йөрөргә яратҡан үҫмерҙә разведчиктарға хас һыҙаттар һиҙелеп тора. Шуға күрә сос, йылғыр ауыл малайын олораҡ һалдаттар ҙа, командирҙар ҙа үҙ итеп өлгөрә. Тәүге “һунарҙа” уҡ ул “тел” алыуҙа уңыштарға өлгәшә.
1943 йылда Тычкино тигән ауыл эргәһендәге ҡаты бәрелештә Миңниғәлим Хәйбулла улы ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо яуҙа ҡаты яралана һәм 1943 йылдың ноябренән 1944 йылдың ғинуарына тиклем хәрби госпиталдә ята. Верховный Совет президиумы исеменән батыр яҡташыбыҙға 1943 йылдың 11 ноябрендә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы бирелеү тураһында приказ сыға. Әммә был награда, ни сәбәптәндер, уның ҡулына эләкмәй. Барлыҡ документтар ҙа бар, тик миҙал юҡ.
Еңеү көнөн ул Латвияла ҡаршы ала. 1945 йылда демобилизациялана. Абҙанға ҡайтҡас колхозды күтәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Байтаҡ ваҡыт МТС-та тир түгә, балта оҫтаһы булып та эшләй.
—“Ладога, Орехово, Зуевоны үттек. Латвияны ҡыҙҙырып сыҡтыҡ. Людмила Зыкина үҙе фронтҡа килеп беҙҙе йырҙары менән ҡыуандырҙы”,— тип хәтер йомғағын ҡат-ҡат һүтергә ярата ине атайыбыҙ. Яу юлдарын бәләкәй саҡта яҙып алғайныҡ бит. Эх, шул дәфтәрҙәрҙе ниңә һаҡламағанбыҙ икән?! Сабый саҡта аңламағанбыҙ, ә хәҙер ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе юғалтыуыбыҙ үкендерә, — тип көрһөнөп ҡуйҙы Гөлсира апай.
Яуҙан ир ҡорона кереп ҡайтҡан мыҡты кәүҙәле, сибәр егет байтаҡ йылдар кәләш алмай йөрөй. Ваҡыты ла булмай уның ҡыҙҙар күҙләргә. Ни тиһәң дә, колхоздың эше күп, бөтә Рәсәйҙе яңынан төҙөкләндерергә, ата-әсәйгә, кесе туғандарға ла ярҙам итергә кәрәк.
1953 йылда ул ошо уҡ ауылдың сибәренә, хеҙмәт алдынғыһы Хәлиҙә Юлмөхәмәт ҡыҙына өйләнә. Ғаиләлә бер–бер артлы биш сабый донъяға килә. Улар ҙа ата-әсәләре кеүек тырыш, намыҫлы, талапсан булып үҫәләр. Бикбулатовтар икеһе лә ең һыҙғанып колхозда тир түгә, үҙ донъяһын да көтә. Ике егәрле балалары менән бергә дөбөрҙәтеп тормоштарын алға алып бара. Ҡура тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт, ул йорт ҡуяндары тиһеңме, бал ҡорттарын да үрсетәләр. Ғөмүмән, өҫтәлдәре һәр саҡ ит, май, бал, ҡайнатмалар менән тулы була, бик хәлле йәшәйҙәр. Күңелдәре лә киң хужаларҙың йорттарынан кеше өҙөлмәй: кемдер йомош менән, кемдер былай инеп-сығып йөрөй, ҡунаҡтар ҙа йыш килә.
Ҡул оҫтаһы ир-уҙаман тәҙрә яҡтарын да һуға, мебелдәрҙе лә һә тигәнсе яһап бирә, ә йорттар һалыуға килгәндә — Абҙанда заманында Миңниғәлим Хәйбулла улының балтаһы теймәгән өй булмағандыр ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ветераны тыныс тормошта 60 йәшенә тиклем генә йәшәп өлгөрә. Ул 1984 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Инде байтаҡ ваҡыт үтһә лә ярҙамсыл, ябай күңелле, тырыш, ғәҙел ил ағаһын ауылдаштары бөгөн дә тик яҡшы һүҙ менән генә телгә ала. Ә балалары ата-әсәһенең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп, оло хөрмәт менән һаҡлай.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.
Читайте нас