Инйәр
+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Мая 2021, 01:35

Телһөйәрҙәр — Белоретта

2021 йылдың 21 апрелендә Белорет ҡалаһында Республика ата-әсәләр форумына әҙерләнеү сиктәрендә зональ ултырыш үтте.

Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Эльвира Айытҡолова, БР Фән һәм мәғариф министрлығы, шулай уҡ Архангел, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары һәм Межгорье ҡалаһынан вәкилдәр ҡатнашты.
Мәртәбәле сараға районыбыҙҙан район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнзил Хисаметдинов, мәғариф бүлеге методисы Лена Садиҡова, район ҡоролтайы алдындағы ата-әсәләр комитеты рәйесе Альбина Сөләймәнова барып ҡайтты.
Осрашыуҙа мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү усаҡтарында туған башҡорт телен өйрәнеүгә, уны һаҡлауға, үҫтереүгә ҡағылған һорауҙар тикшерелде.
Альбина Ришат ҡыҙы сығышында ғаиләлә бала тәрбиәләгәндә туған телдең әһәмиәте тураһында бәйән итте. Әсә теленең шәхес формалашыуындағы мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙ халҡыңдың мәҙәниәтен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен туған телде белмәйенсә тулы кимәлдә аңлап булмаясағын аңлатты.
Ултырышта һәр кем башҡорт телен үҫтереүҙә, һаҡлап ҡалыуҙа үҙ фекере, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сара бик эшлекле шарттарҙа уҙҙы.
Лена Садиҡова,
район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас