Инйәр
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
1 Мая 2021, 00:25
Пенсияны нисек таратасаҡтар?
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе май каникулдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте.
Рәсәй Пенсия фондында белдереүҙәренсә, майҙа пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы – 3 майҙан таратыла. Яҡынлашып килгән байрам көнө – 9 май өсөн аҡса 6, 7 һәм 8 майҙа бирелә. Байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы апрель пенсияһы квитанцияһында күрһәтелгән. Банкка аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 майҙан башлап күсерелә.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,173 миллион пенсионерға пенсия түләй. Бынан тыш, федераль льготаға эйә булған 299 мең кеше аҡса ала. Тағы 139 мең кешегә федераль социаль өҫтәмә аҡса түләнә.
Рәсәйҙең Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, бөгөнгә апрель өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләү ваҡытында һәм тулы күләмдә таратылған. Барлыҡ түләүҙәрҙе финанслауға 19,6 миллиард һум йүнәлтелгән.
Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенең мәғлүмәт хеҙмәте.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"