Был фажиғә миллиондарса кешенең тормошонда тәрән эҙ, уңалмаҫ яра ҡалдыра. Күренмәй торған үлем менән көрәшеүселәрҙең сәстәре ағара, һаулығы ҡаҡшай, күптәре оло йәшкә етә алмай үлеп ҡалды.
Катастрофаның тәүге сәғәттәрендә үк ҡаза урынына АЭС-тың техник белгестәре, хәрбиҙәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙар һәм янғын һүндереүселәр килеп етә. Иң мөһиме, ялҡындың башҡа энергоблоктарға күсмәүен тәьмин итергә кәрәк була. Әгәр ҙә уларға ут эләкһә фажиғә бар планета күләмен алыр ине. Янғын менән көрәшеүселәр үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, оло батырлыҡ эшләй.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә Советтар Союзынан янғын һүндереүселәр, резервистар һәм башҡа белгестәр ебәрелә. Беҙҙең райондан 20-гә яҡын кеше ошо ваҡиғала ҡатнаша. Шуларҙың береһе — Яңы Шәрәй ауылында йәшәүсе Фәнүз Ғөбәйҙуллин.
—Ул йылды мине ҡапыл ғына военкоматҡа саҡырттылар. Башта хәрби төҙөлөшкә ебәрәбеҙ тинеләр. Бер нисә көндән часҡа килеп урынлашҡас, авария эҙемтәләрен юҡ итеүсе — ликвидатор итеп Чернобыльгә оҙатасаҡтарын белдем. Быға тиклем армия сафында авиация ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәйнем, — тип теләр-теләмәҫ кенә хәтер йомғағын һүтте ир-егет.
Славутич ҡалаһында Фәнүзде башҡа резервистар менән казармаға урынлаштыралар. Ә икенсе көндө иртә менән командир улар алдында аныҡ хәрби мәсьәләләр ҡуя, махсус кейемдәр, маскалар таратыла.
Көн һайын авария урынында 15-20 минут реакторға бетон ташып, уны эстән тултыралар. Икенселәр, уларҙы “шахтерҙар” тип йөрөтәләр, 12 метр түбәндә, ер аҫтында эшләйҙәр. Билдәләнгән ваҡыт үтеү менән ҡурҡыныс зонаны шунда уҡ ҡалдырып, өҫ кейемдәрен һалып, тура мунсаға баралар, артабан икенсе кейемдәр кейеп, автобустарға ултырып казармаға ҡайталар.
Фәнүздең ҡайһы бер хеҙмәттәштәре күҙгә күренмәҫ дошман менән алышҡан саҡта түҙмәй, тиҙ арала “яналар”. Сөнки радиация ныҡ көслө була һәм ликвидаторҙарҙың организмында тупланып, һаулыҡты бөтөрә. Геройыбыҙҙың да ҡан баҫымы түбәнәйә. Иптәштәренең тештәре ҡойола башлай. Смена бөткән һайын көрәшселәргә берәр бокал ҡыҙыл шарап эсергә рөхсәт бирәләр. Йәнәһе лә ул радиация эҙемтәләрен йомшарта.
—Беҙҙе алдан уҡ иҫкәрттеләр — йәш саҡта һиҙелмәйәсәк, ә олоғая төшкәс, 50-нән уҙғас, үҙен белдерәсәк тип. Алтмышынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡанда, мин ошоларҙы иҫкә төшөрҙөм.
Декабрь айында китеп, өс ай “яу”ҙа ҡатнаштым. Бөгөн: “Мин бармайым, риза түгелмен, тип әйтә алыр инемме?” — тип үҙ-үҙемә һорау бирәм һәм шунда уҡ: “Ул заманда район военкоматы бирелгән планды бер нимәгә ҡарамай үтәй һәм күпме кәрәк, шунса ебәрә ине. Беҙ ил ҡушҡанды үтәнек, башҡаса сара булманы”.
Ғаиләһе янына 8 Март байрамы алдынан ҡайта. Өйҙә уны ҡатыны Гөлфирә һәм ҡыҙы һағынып көтә. Ҡәҙимге тормош башлана. Совхозда бүлек мөдире, бригадир һәм башҡа вазифаларҙа тир түгә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙен яуаплы, ғәҙел һәм тырыш етәксе, хеҙмәткәр тип күрһәтә. Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһендә тағы бер ҡыҙ бала донъяға килә. 55 йәшендә хаҡлы ялға сыға.
—1993 йылда районда иҫәптә 18 “чернобылец” тора ине. Бөгөн 7-8 генә кеше ҡалдыҡ. Ҡәһәрле авария күпме ир-егеттең башына етте, ғаиләһен бәхетһеҙ итте. Чернобыль — күптәрҙең йөрәгендә уйылып ҡалған һәм ҡара эҙ ҡалдырған фажиғә, — тип һүҙен тамамланы яугир.
Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, Чернобыль фажиғәһе беҙҙең күңелдәрҙе әрнетәсәк, бер ҡасан да тынмаған хәүеф булып торасаҡ. Радиоактив матдәләр үҙенең зарарлы тәьҫирен меңдәрсә йыл һаҡлай. Шуға күрә лә, Чернобыль АЭС-ындағы шартлау, уға тиклем булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” берекмәһе һәләкәте тарихта ғына ҡалды, хәҙерге тормошта булмаясаҡ, тип бер ҙә әйтә алмайбыҙ. Кешеләргә 26 апрелдә һәм башҡа ваҡытта ла атом ҡорбандарын иҫләргә, Чернобыль фажиғәһе бер ҡасан да ҡабатланмаһын, тип йәшәргә кәрәк.
Александр Кожевников фотоһы.