Инйәр
0 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Мая 2021, 00:25

Бейеүгә ғашиҡ күңелдәр

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бейеү — ул халыҡ күңелен сағылдырған иң боронғо сәнғәт төрө, мөғжизәле, сихри донъя.
Бөгөн район мәҙәниәт йортонда ике хореограф эшләй: Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы Мөхәмәтйәрова һәм Алеся Рәсүл ҡыҙы Хәсәнова. Һәләтле һөнәр эйәләре мөкиббән китеп бейеүгә ғашиҡ. Ханымдар менән аралашҡанда уҡ дәрттәренең урғылып тороуы, рух күтәренкелеге, кәүҙә еңеллеге, һығылмалыҡтары һиҙелеп тора.
Мәртәбәле байрам алдынан район мәҙәниәт йортоноң хореографы Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы, башҡаларҙы бейергә ҡасандан бирле өйрәтә башланығыҙ?
—Ике тиҫтәнән ашыу йыл элек мәҙәниәт йортонда хореограф штаты булманы. Мин ябай художество етәксеһе вазифаһын үтәнем. Бер үҙем төрлө ойошмаларҙан йыйылған хеҙмәткәрҙәр менән бейеү ҡуйып, концерттарға әҙерләп йөрөнөм. Мәғариф бүлегенән, дауахананан, иҡтисад өлкәһенән һәм башҡа учреждениеларҙан байтаҡ кешеләр йыйылып, төрлө халыҡ бейеүҙәрен, йола байрамдарын үҙләштерергә тура килде. Шул ваҡытта уҡ фольклор төркөмө асыу, дәрестәр биреү теләге тыуҙы ла инде. Үҙ һөнәрем буйынса урын тәҡдим ителгәс, теләктәре булғандарға ныҡлап бейеү сәнғәтенең нигеҙҙәрен, серҙәрен өйрәтергә тотондом.
—Ауыл мәҙәниәт йорттары менән нисек хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
—Был йүнәлештән Алеся Рәсүл ҡыҙына ла, миңә лә эш етә (көлә). Тыуған төйәгебеҙ күп милләтле, шуға күрә халыҡ байрамдары, йолалары ла бихисап. Мәҫәлән, Арх-Латыш ауыл биләмәһендә латыштар йәшәй. “Лиго” байрамын үткәргәндә ҡатнашабыҙ, концерт номерҙарын әҙерләшәбеҙ. Быйыл Зәйеттә “Наурыз” гөрләп уҙҙы. Татарстандан, Өфөнән вәкилдәр килде. Унда ла әүҙем ҡатнаштыҡ.
Урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бейеүҙәр ҡуйырға ярҙам итәбеҙ. “Масленица”, “Ҡышҡы уйындар”, “Милли кейемдәр көнө”, 1 Май, 9 Май һәм башҡа байрамдарҙа халыҡ һәм үҙебеҙ ҡуйған бейеүҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ. Ғөмүмән, ауылдарҙың художество етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Саҡыралар икән, сәғәте минутына барып етәбеҙ.
Дуҫлыҡ, берҙәмлек темаһын асҡан, заманлаштырылған халыҡ бейеүҙәре йәштәр араһында яратылып башҡарыла. Бейеүҙә һәр хәрәкәт нимәне булһа ла аңлата. Шуға күрә, теге йәки был халыҡтың бейеүен ҡуйған саҡта бик иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға кәрәк.
—Бейеү төркөмдәре нисәү?
—Алеся Хәсәнова “Карамелька” (иң кескәйҙәр), “Йәйғор” (10-12 йәш), “Сулпан” (12-14 йәш), “Алтынай” (йәштәр төркөмө) һәм “Йәшлек” (ололар өсөн) бейеү ансамблдәрен алып бара. Ул бик тырыш, талапсан, һәләтле хореограф. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләргә, ҙур уңыштарға өлгәште. Тәрбиәләнеүселәре менән республика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора.
Мин “Хазина”, “Ихлас” (өлкәндәр) һәм “Нәркәс” (балалар өсөн) фольклор төркөмдәрен етәкләйем.
—Үҙегеҙҙең төркөмдәрегеҙ тураһында бер нисә һүҙ...
—“Хазина”ға 13 йәш, “Ихлас”ҡа — 6, ә “Нәркәс”тәрҙең барлыҡҡа килеүенә ете йыл үтеп тә китте. Художество етәксеһе булған саҡта уҡ бейеүгә һәләтле, дәртле кешеләрҙе ҡарап йөрөнөм. Артабан улар менән яҡындан аралашып, ансамблгә саҡыра башланым. Шулай итеп тәүҙә “Хазина”, аҙаҡ “Ихлас” ололар төркөмөнә нигеҙ һалынды. Яңыраҡ “Ихлас”тарҙы яңы костюмдар менән ҡыуандырҙыҡ әле.
“Хазина”лар төркөмөндә бөгөн — 15 кеше. Берәү һәр саҡ резервта, сөнки төрлө хәлдәр килеп сығыуы мөмкин. Шуға күрә беҙ һәр нимәгә әҙер. Бейеүсе халҡының йыр-моңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итергә тейеш. Ансамблдең ағзалары — бик яуаплы, етди һәм арыу-талыуҙы белмәгән гүзәл заттар. Нимә генә булмаһын, ханымдар бер ваҡытта ла репетицияларҙы ҡалдырмай, хатта коронавирус та уларҙы туҡтата алманы.
Яңыраҡ “Байыҡ” конкурсының 1-се турын уңышлы үтеп ҡайттыҡ. Әле билдәле ҡурайсы, өзләүсе, тарихсы, хореограф Рәис Низаметдинов ҡуйған “Килен сәйе” бейеүен 2-се турға әҙерләйбеҙ. Уны башҡарыу өсөн үткән йәй үҙебеҙ кейеҙ һуҡтыҡ. Бик ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та шөғөл икән! Апрель айында “Милли кейемдәр көнө”ндә Конгресс-Холда үткән байрам программаһында, шул уҡ көн Фәрүәз Урманшиндың “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында уҙған юбилей концертында ла сығыш яһарға тура килде. 11 майҙа Фольклориадаға арналған флеш-мобта ҡатнашырға саҡырҙылар. Белеүегеҙсә, “Хазина” бейеү төркөмө районыбыҙҙың данын ҡайҙа ғына яҡламаны. Яҡын-тирәләге район, ҡалаларҙан тыш, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә лә уңышлы сығыш яһайбыҙ. Һуңғы ваҡытта онлайн конкурстар йыш ойошторола, бына шунда Алеся Хәсәнова ла, мин дә үҙебеҙҙең төркөмдәребеҙ менән ҡатнашып торабыҙ.
—Маҡсаттар...
—Иң изге ниәтем — алдағы йылдарҙа “Хазина” төркөмөнә халыҡ ансамбле тигән дәрәжәне алыу. Был маҡтаулы исемгә лайыҡбыҙ тип уйлайым һәм уны яулар өсөн бар көсөбөҙҙө бирәбеҙ. Артабан халыҡ уйындарын тергеҙеү. Ҡасандыр бер үткәргән инек. Яҡын арала уны тормошҡа ашырырға уйлайым, һораусылар ҙа байтаҡ. Элегерәк бейеү семинарҙарын үткәрә торғайныҡ, шуларҙы ҡайтарыу. “Селтәр” ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе лә булараҡ табын ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен, ә иң мөһиме түшелдерек, ҡашмауҙарҙы эшләү. Кейеҙ, балаҫ һуғыуҙы нығыраҡ үҙләштереү, үҫтереү. Ир-егеттәрҙе, үҫмерҙәрҙе бейеү түңәрәктәренә ылыҡтырыу. Беҙҙең ансамблдәрҙә ир-егеттәр етешмәй. Халыҡ ижадына, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү ғаиләнән, мәктәптән килә. Шуға күрә уҡытыу-тәрбиә эшендә сәнғәт сәғәттәре (бейеү) индереү ҡамасауламаҫ ине. Мәҫәлән, Белорет районы Сермән мәктәбендә бейеү дәрестәре бар. Белем усаҡтарында ошондай дәрестәр бик урынлы буласаҡ, тип уйлайым.
Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙ менән халыҡтың күңелен генә асмайбыҙ, ә рух тәрбиәләйбеҙ. Бейеү аша йәштәргә тарихты, мәҙәниәтте, телебеҙҙе еткерәбеҙ, ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ.
— Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы, һеҙгә әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Изге ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, яңы ижади уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Альберт Рәхимов фотоһы.
Читайте нас