Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
1 Мая 2021, 00:00

“Алтын тирмә”саҡыра

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған “Алтын тирмә” телевизион интеллектуаль уйын күптән халыҡ һөйөүен яулап алған.

Бында республикабыҙҙың белермәндәре көстәрен һанай. Төрлө темаларға арналған ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа һорауҙарға күмәкләшеп тапҡыр яуап эҙләү, аралашыу аша уйынсылар ҙа, тамашасылар ҙа ыңғай тәьҫораттар, күңел күтәренкелеге, файҙалы мәғлүмәттәр ала.
Оҙаҡламай Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 76 йыл тула. Ошо ваҡиға айҡанлы БСТ каналында 8 май сәғәт 13.15-тә “Алтын тирмә”лә махсус тапшырыу тәҡдим ителәсәк. Был сығарылыш шуныһы менән үҙенсәлекле — унда яҡташыбыҙ педагогик хеҙмәт ветераны Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы Йосопова ҡатнашасаҡ.
Тамашаны алдан әҙерләгән ваҡытта студияға Архангел, Бүздәк, Иглин, Миәкә райондарынан, Өфө ҡалаһынан вәкилдәр һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар саҡырылды. Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында районыбыҙҙың Еңеүгә индергән тос өлөшө, һуғыш һәм тыл ветерандары, Советтар Союзы Геройҙары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышсылары, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү хаҡында һөйләне. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа яҡташтарының ҡаһарманлыҡтары менән таныштырҙы.
“Алтын тирмә”нең был сығарылышы күңелдәрҙә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, сөнки халыҡты бергә туплаусы осрашыуҙар белемде арттыра, рух-дәрт өҫтәй, тыуған илебеҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас