Инйәр
+24 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
23 Апреля 2021, 11:28

Һөнәрле булһын балаң

21-се быуаттың башынан республикабыҙҙа әсә һәм балаға йылдан-йыл нығыраҡ иғтибар ителә.

Ғаилә, балалыҡ, әсәлек һәм атайлыҡтың социаль-хоҡуҡи мәсьәләләре, ғаилә һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәте, баланы тәрбиәләүҙә әсәнең роле һәм башҡалар хаҡында байтаҡ ҡарарҙар ҡабул ителә, шулай уҡ маҡсатлы программалар тормошҡа ашырыла. Йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән оҙайлы ташламалы ссудалар арттырыла. Әммә күп саралар күрелһә лә, был өлкәлә барыһы ла ыңғай түгел.
Элек-электән балаға ғүмер биреп, ырыуҙы дауам иттереүсе әсәнең статусы юғары булған. Шуғалыр ҙа “Бала табыу — бер ҡыйын, бала бағыу — мең ҡыйын”, “Бала табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр”, “Атаһыҙ етем — ярты етем, әсәһеҙ етем — гел етем”, “Атай — еҙнә, инәй — ҡаҙна” кеүек мәҡәлдәр әсәнең бала тәрбиәләүҙә, уны әҙәм итеүҙә роле ҙур икәнлегенә ишаралай. Борон бына шулай булған.
Бөгөнгө башҡорт ҡатын-ҡыҙы ла юғары баҫҡыста булырға тейеш, сөнки ғаилә иҡтисадына, тормош-көнкүрешенә, тәрбиә эшенә әсәнең индергән өлөшө ҙур. Шуға ҡарамаҫтан, әсәнең, ҡатын-ҡыҙҙың биләгән урыны ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә юғары түгел. Ә ни өсөн шулай? Сөнки бала тәрбиәләүҙә дәүләт ярҙамы, пособиелар юҡ-барға сарыф ителә. Ысынында иһә бер ҡайҙа ла эшләмәгән ата-әсә ошо аҡса иҫәбенә көн итә. Улай ғына ла түгел, иҫерткес эсемлектәр алып, кәйеф-сафа ҡора. Уларға балалар бар ни ҙә, юҡ ни.
Өҫ-башына иғтибар итеү, туҡланыуын хәстәрләү генә “тәрбиәләү” тигәнде аңлатмай. Бәләкәйҙән үк баланың һәләтен асыу, һөйләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереү, хәтерен нығытыу, ғөмүмән, балиғ булғансы уға тормошта кәрәк һөнәрҙәргә өйрәтеү ҙә ата-әсәнең төп бурысы. Юҡҡамы ни, халҡыбыҙ “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тимәгән.
Тормошта быға миҫалдар бихисап. Табиптар, уҡытыусылар, нефтселәр, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре династиялары ата-әсәнең тәрбиәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Ә инде балаңды нимәгәлер өйрәтеү өсөн үҙеңдең белеүең зарур. Бында инде күбебеҙ маҡтана алмайбыҙ. Шулай ҙа ауылдарҙа үрнәк алырлыҡ ыңғай миҫалдар бар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр ата һәм әсә үҙ балаһының киләсәктә кем буласағын күҙалларға бурыслы. Илеңдең, халҡыңдың, тыуған ереңдең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары булып үҫһендәр тиһәң, хоҡуҡтарыбыҙҙы ғына түгел, бурыстарыбыҙҙы ла онотмаһаҡ инек.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас