Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
23 Апреля 2021, 11:15

Электрон тауыш биреү

2021 йылдың майында Бөтә Рәсәй дистанцион электрон тауыш биреү системаһының күнекмәләре үтә.

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы дистанцион электрон тауыш биреү системаһына тест үткәреүгә тәжрибә ойоштора. 2021 йылдың 12 майында иртәнге сәғәт 8.00-ҙән 14 май киске сәғәт 20.00-гә тиклем (мәскәү ваҡыты) бөтә Рәсәй региондарында күнекмә режимында дистанцион электрон тауыш биреү уҙасаҡ.
Дистанцион электрон тауыш биреү — һайлау бюллетенының ҡағыҙ формаһын ҡулланмай, махсус программа аша тауыш биреү.
Күнекмәлә үтергә теләүселәр алдан уҡ ғариза бирергә тейеш. Ул “Дәүләт хеҙмәтләндереүе” порталында шәхси кабинет аша 2021 йылдың 21 апреленән 7 майына тиклем ҡабул ителә.
Дистанцион электрон тауыш биреү системаһында тест үтеүҙә Рәсәй Федерацияһының әүҙем һайлау хоҡуғы булған һәм “Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр” порталының федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы менән ҡулланған, унда иҫәпкә алыныуы дәлилләнгән граждандары ҡатнаша ала.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, күнекмә һайлау кампанияһының барлыҡ этаптарын да үҙ эсенә алған тулы модель булып тора. Ул һайлау комиссияһының һәм системаның берҙәм тауыш биреү көнөн ойоштороуға әҙерлекте тикшереү маҡсатынан уҙғарыла.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова әйтеүенсә, алдағы тауыш биреүҙә биш регионда электрон ҡултамғалар йыйыласаҡ: Карелия, Чечен республикаларында, Курск, Новгородск һәм Ырымбур өлкәләрендә. Шулай уҡ Тула өлкәһендә лә регион башлығын һайлауҙа ҡултамғаларҙы “Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр” порталында йыйыу мөмкинселеге ҡарала. Был исемлек ябыҡ түгел. Әгәр ҙә региондар үҙ ҡануниәттәрен яңыртһалар, улар ҙа региональ һайлауҙа был процедураны ҡуллана ала.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2021 йылда дистанцион электрон тауыш биреү үткәрелмәйәсәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас