Инйәр
+19 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
23 Апреля 2021, 11:24
“Экологик белем” аҙналығы
Экологик тәрбиә — экологик культура нигеҙҙәре формалаштырыу буйынса эш системаһы һәм балаларҙа, ололарҙа экологик культураһы үҫтереү.
Добавить в предпочтительные источники Google
“Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы сиктәрендә, шулай уҡ белем һәм тәрбиә биреү усаҡтарында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә нигеҙ һалыу, үҫтереү, экологик белемде арттырыу маҡсатынан “Экологик белем” аҙналығы ойошторолдо. Унда барлығы 1600 бала ҡатнашты.
Аҙна барышында экодәрестәр, һүрәттәр конкурсы, брейнрингтар үтте. Уҡыусыларға мауыҡтырғыс һәм ябай формала көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендәге реформа, тәбиғи ресурстарҙы белдекле ҡулланыу тураһында мәғлүмәт бирелде, ябай ҡылыҡтар ярҙамында тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге аңлатылды.
Шулай уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы БР мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында акция ваҡытында сүп-сарҙы айырым йыйыу һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, саралар ойошторолдо.
Оҙондар мәктәбендәге экодәрестә БР Экология министрлығының Өфө территориаль идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Р.А.Мифтахов һәм эксперт-белгес А.Ф.Камалов ҡатнашты.
Таңһылыу Исламғолова,
район мәғариф бүлегенең хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм эксплуатациялау буйынса белгес.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"