Инйәр
-5 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
23 Апреля 2021, 11:07

“Ҡар һыуына, барҙыҡ”

Ҡар һыуына барыу – башҡорттар араһында киң таралған йола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ул яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки был һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға уҡылһа, тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы булып торған был ғөрөф-ғәҙәт. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә суп-сар ташлау тыйылған.
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар.
Шулай итеп, “Әкиәт” балалар баҡсаһында, “Аҡбуҙат” төркөмө балалары ла “ҡар һыуына” барҙы. Башта кескәйҙәр менән “Ҡояш һәм ямғыр” уйыны уйнаныҡ, арттабан инәй кешегә кереп хәлдәрен һораштыҡ. Ул балаларға Яҙһылыу байрамы тураһында һөйләп үтте. Аҙаҡтан балалар менән тышҡа сығып башҡорт халыҡ уйындары уйнаныҡ, ағас ботаҡтарына теләктәр теләп таҫмалар таҡтыҡ. Ҡар һыуын бүлмәгә алып ингәс, балалар бисмилла итеп биттәрен йыуҙы. Халҡыбыҙҙың һынамыштары менән танышып, байрамды тамамланыҡ.
Айгөл Хәсәнова,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас