Инйәр
+26 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 04:48

"Йыр - моң илендә ҡалам"

“Яҙҙың беренсе айы беҙҙең өсөн бик уңышлы булды. Уйламаған ерҙән Баймаҡ районы Билал ауылын барып күрергә насип булды” – тип үҙҙәренең ҡыуаныстары менән урташлашты “Гөлнәзирә” фольклор төркөмө ағзалары.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Билал ауылында республика кимәлендә ҙур байрам үтте. Баймаҡ районының матур тәбиғәтендә урынлашҡан, Күгиҙел ауылында тыуып үҫкән һәүәҫкәр композитор, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Вилүр Шәкирйән улының 70 йәшлек юбилейына арналған сара булды. Уның маҡсаты Вилүр Мәүлитовтың йырҙарын пропагандалау, яңы таланттар асыу ине.
Иң башта, Баймаҡҡа барыр алдынан Вилүр ағайҙың йырҙарын башҡарыусылар араһында ситтән тороп бәйге ойошторолдо. Унда беҙҙең «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле лә үҙен һынап ҡараны һәм көтмәгәндә еңеүсе исеменә лайыҡ булып, Бөтә Рәсәй мәҙәниәт көнөн билдәләгән көндө Билал ауыл Мәҙәниәт йортонда "Йыр-моң илендә ҡалам" исемле йомғаҡлау сараһына саҡырыу алды. Бында Сибай, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ райондары ауылдарынан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ололар һәм башҡа сәнғәт һөйөүселәр йыйылды. Тамашасылар еңеүселәрҙең йырҙарын тыңлап кинәнде.
Осрашыуҙы юғары кимәлдә уҙғарыуға Баймаҡ районының мәғариф бүлеге лә, Билал ауыл хакимиәте лә, мәктәп директоры Ф.Ф. Садыҡов, клуб мөдире Айгөл Сафина, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Илдүсә Әминева ҙур тырышлыҡ күрһәткән.
“Гөлнәзирә”ләрҙе ошо байрамға саҡырғандары өсөн беренсе сиратта конкурсты ойоштороусы, Билал ауылы китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатоваға, сараның төп сәбәпсеһе булған композитор Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитовҡа, Билал ауылына барып ингәс тә беҙҙе үҙ өйҙәренә алып ҡайтып тәмле аштары, йылы сәйҙәре, яҡты йөҙҙәре менән ҡаршы алыусы Сәғилә һәм Марсель Ғайсиндар ғаиләһенә һәм районыбыҙҙың данын яҡлап ҡайтырға мөмкинселек биргән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлинға, мәҙәниәт бүлеге мөдире Ильяс Сафинға ихтирам һәм хөрмәт менән рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Минира Һибәтуллина,
“Гөлнәзирә” фольклор төркөмө ағзаһы.
Убалар ауылы.
Читайте нас