Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 04:05

Ғүмерҙе һаҡлап ҡалыусылар

1832 йылдың 20 апрелендә Петербург акушеры Андрей Вольф беренсе тапҡыр бала тапҡан ҡатынға иренең ҡанын ҡойған һәм шулай уның ғүмерен һаҡлап ҡала алған.

Был хәл Рәсәйҙә донорлыҡтың тәүге башланғысы була. Вольф йәнә бер нисә тапҡыр ҡан күсерә. Хирургия профессоры Сергей Коломин иһә уның тәжрибәһен ҡабатлай.
Донъяла йыл һайын 108 миллион самаһы ҡан алыу осрағы теркәлә. Рәсәйҙә йылына 1,5 миллион артыҡ кеше ҡан күсереүгә мохтаж.
Донорлыҡ шәфҡәтлелек, сит кеше сәләмәтлегенә битараф булмауҙы сағылдыра. Бәләгә юлыҡҡан кешегә йәшәү өмөтөн бүләк итеү — кешелекле аҙым. Ҡан тапшырыу кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Был изге эште Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы донорлыҡ үҙәгенең бригадаһы башҡара. Республика ҡан биреү станцияһы (Өфө ҡалаһы, Батырская урамы, 41/1) Башҡортостанда төп донорлыҡ үҙәге булып тора. Ул йылына 100 меңдән ашыу донорҙы ҡабул итә һәм төбәктең дауалау учреждениелары өсөн 44 тоннанан ашыу ҡан әҙерләй. Станциялар Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында эшләй. Шулай уҡ баш ҡала, ҡала һәм район дауаханаларында ла ҡан тапшырырға мөмкин. Төбәктә “Почетлы донор” исеменә лайыҡ булған 10,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.
Сәләмәтлегенә зарланмаған 18 йәштән өлкән һәр кем донор була ала. Сауаплы сара алдынан табип менән кәңәшләшеп алыу ҙа артыҡ булмаҫ. Ҡан биргән көндө, шулай уҡ медицина тикшереүе уҙғанда, хеҙмәткәр ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәттән азат ителә, уға был көндәр өсөн эш хаҡы түләнә. Етәкселек менән килешеү нигеҙендә ул көндө эшкә сыҡһа, ялды башҡа ваҡытта алырға мөмкин, шулай уҡ уртаса хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Ҡанды сираттағы ял (отпуск) мәлендә тапшырһа ла, өҫтәмә ял көнө ҡарала. Ҡан тапшырған көндө донорҙы бушлай ашаталар, йәки уға аҡсалата компенсация бирелә.
Ҡанды 40 тапҡыр, ҡан плазмаһын 60 һәм унан да күберәк тапшырыусыларға “Рәсәйҙең маҡтаулы доноры” тигән күкрәк билдәһе тапшырыла. Уларға йыл һайын аҡсалата өҫтәмә түләү, башҡа социаль саралар ҡаралған.
Ҡан бирергә килгән саҡта паспорт кәрәк. Алдан майлы, тоҙло ризыҡтар ашау тыйыла, иҫерткес эсемлектәрҙе, аспирин, анальгин кеүек дарыуҙарҙы ҡулланмаҫҡа, тәмәке тармаҫҡа, баллы сәй эсергә, еләк-емеш ашарға, туйғансы йоҡларға кәңәш ителә.
Районда ҡан биреү акциялары уҙғарылып тора. Бөгөн “Рәсәйҙең маҡтаулы доноры” исеме -----кешегә бирелгән.
Донорҙар сафына инеп, изгелек ҡылған һәр кем маҡтау һүҙҙәренә һәм оло хөрмәткә лайыҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас