Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 04:45

Мауыҡтырғыс Йыһан

1961 йылдың 12 апреле мәңгегә тарихҡа инеп ҡалды. Ер шары тирәһендәге йыһан киңлектәрен 108 минут эсендә үҙ күҙҙәре менән күргән Юрий Гагарин легендаға әйләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
1950 йылдар аҙағынан бирле беҙҙең илдә фән һәм техника үҫеше кешене йыһанға осороу тураһындағы мәсьәләгә бик етди ҡарай. 1960 йылдың башында Космонавтар әҙерләү үҙәге һынауға килгән 20 лётчик араһынан алтыһын һайлап ала. Юрий Гагарин, Герман Титов, Григорий Нелюбов, Андриян Николаев, Валерий Быковский һәм Павел Поповичтарҙы йыһанға осороу өсөн әҙерлек эштәре башлана. Улар барыһы ла 1961 йылдың ғинуар айында һынауҙарҙы уңышлы үтеп, рәсми рәүештә космонавт итеп алыналар. Космосҡа беренселәрҙән булып осорға барыһы ла әҙер була, әммә комиссия үҙенсә хәл итә: Гагарин – төп пилот-космонавт, Титов – дублёры, Нелюбов һәм Николаев запас осоусылар булып билдәләнә.
Рәсәй космонавтикаһы көнө уңайынан Абҙан ауылы китапханаһында кескәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн бик матур сара ойошторолдо. Уның барышында балалар 12 апрель көнө Байконур космодромынан “Восток-1” карабында лётчик-майор Юрий Гагариндың йыһанға юл алыуы, уңышлы старттан һуң, ракета тиҙлеген арттырып, һуңғы баҫҡысынан айырылып, Ер тирәләй ирекле генә әйләнеп сығыуы, ергә ҡайтыу өсөн орбитанан төшә башлауы һәм Мәскәү ваҡыты менән биш минуттан ун бер тулғанда Һарытау өлкәһе Тернов районының Смеловка ауылы эргәһенә, һөрөлгән ер өҫтөнә имен генә килеп төшөүе тураһында белде. Шулай уҡ уҡыусылар космонавтарҙың кем икәнлеге һәм космонавтиканың нимә булыуын белде. Орбитала Ҡояштың 90 минут һайын ҡалҡып, батыуы, йыһан сәйәхәтселәренең көн дауамында 16 тапҡыр таң атыуын күреүҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды. Космоста гравитацияның булмауы арҡаһында арҡа һөйәгенең турайыуы һәм кешеләрҙең 5-8 сантиметрға тиклем үҫеүе, махсус ризыҡтар менән генә туҡланыу, “йыһан сире”, Ҡояш системаһы һәм башҡалар хаҡында йотлоғоп тыңланы, һорауҙар бирҙе.
Артабан белемде нығытыу маҡсатынан балалар “Эйе, юҡ” тигән викторинала көстәрен һынаны. Һүрәт төшөрөү бәйгеһе лә бик сәмле уҙҙы. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең ижад емештәрендә космос ракетаһын, Юрий Гагаринды, Валентина Терешкованы, Ҡояш системаһын һәм башҡа Йыһан есемдәрен сағылдырҙы.
Эльзидә Мусина,
Абҙан ауылы китапханасыһы.
Читайте нас