Инйәр
+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 04:20
Иң яҡшы кабинет
“Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсы
Район мәғариф бүлегенең 2020-2021 йылдағы уҡытыу-тәрбиә эштәре планына ярашлы, башҡорт телен үҫтереүҙә булышлыҡ итеүсе иң яҡшы кабинеттарҙы асыҡлау, ярҙам күрһәтеү маҡсатында 2021 йылдың 22 мартынан 7 апреленә тиклем “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсының 1-се этабы үтте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты — белем һәм тәрбиә үҙәге. Шуның өсөн дә кабинет дәрескә хеҙмәт итергә бурыслы. Барлыҡ техник саралар, уҡыу-уҡытыу методик әсбаптары, йыйылма материал булырға тейеш. Улар ошо маҡсаттан сығып бөгөнгө көн талабына тап килтерерлек итеп йыһазландырыла.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы йыл әйләнәһендә үҙенең эш бүлмәһендә уҡытыу барышында уның төрлө төрҙәрен: электрон дәреслектәрҙе, лаборатор, йәғни үҙаллы тикшереү-сағыштырыуҙарҙы, онлайн-тестар үткәреү формаларын, тейешле мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән эҙләй, таба, өйрәнелгән материалға өҫтәлмә йәки күргәҙмәлелек итеп файҙаланыуҙы ҡулланып, мауыҡтырғыс, фәһемле дәрестәр бирә, уҡыусыларға туған телгә һөйөү тәрбиәләй.
Һөҙөмтәлә, баһалама комиссияһы конкурс шарттарының үтәлеүен күҙ уңында тотоп, 1-се урынды Тирәкле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына бирҙе. Кабинеттың мөдире — Әлмирә Баһауетдинова. 2-сегә 1-се Архангел (Айгөл Япарова) һәм 3-сө урынға Максим Горький мәктәбе (Тәнзилә Ҡотлозаманова) сыҡты.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"