Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 04:23
“Хәүефһеҙ газ”
Район хакимиәте ҡарары нигеҙендә 2021 йылдың 1 мартынан 31-енә тиклем дөйөм белем биреү учреждениеларында тәбиғи газ менән ҡулланғанда бәхетһеҙ осраҡтарҙы, аварияларҙы булдырмау йәһәтенән тәбиғи газды хәүефһеҙ ҡулланыуҙы пропагандалауҙы көсәйтеү айлығы үтте.
Добавить в предпочтительные источники Google
Башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Хәүефһеҙ газ — балаларға” тип аталған класс сәғәте, шулай уҡ һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Өлкәнерәктәр араһында “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белһәң, газ ҡурҡыныс түгел”, “Әгәр һеҙ өйҙә газ еҫен һиҙеп ҡалһағыҙ” тигән асыҡ дәрестәр уҙҙы. Сара барышында балалар “зәңгәр яғыулыҡ” тураһында тулы мәғлүмәт алды, бәхетһеҙ осраҡҡа алып килгән бер нисә ваҡиғаны хәл итте, көнкүрештә газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләре буйынса викторинала ҡатнашты. “Тәбиғи газ төрҙәре һәм уларҙы хәүефһеҙ ҡулланыу” исемле тематик дәрестә уҡыусылар газ төрҙәре менән танышты, дөйөм талаптарҙы бергәләп тикшерҙе, тест һорауҙарына яуап бирҙе. Дәрес һуңында “Хәүефһеҙ газ” тигән видеоролик ҡараны.
Бөгөн ошондай сараларҙы үткәреү бик урынлы, сөнки хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, етди ҡарамау йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Үҙеңдең һәм башҡаларҙың ғүмерен, һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн газ һәм газ приборҙары менән дөрөҫ ҡулланыуҙы һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.
63-сө янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре менән дә осрашыуҙар ойошторолдо. Улар ҙа уҡыусыларға файҙалы мәғлүмәттәр, урынлы кәңәштәр бирҙе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен етди үтәргә саҡырҙы.
Таңһылыу Исламғолова,
район мәғариф бүлегенең хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм эксплуатациялау буйынса белгес.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"