Инйәр
-5 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 03:57
“ЭпиВакКорона” килгән
Башҡортостанға ошо арала Новосибирск ҡалаһындағы “Вектор” фәнни үҙәге етештергән “ЭпиВакКорона” вакцинаһының тәүге партияһы килде.
Добавить в предпочтительные источники Google
Уның күләме 6480 доза тәшкил итә, 3240 кешегә иҫәпләнгән.
Вакцина “Роспотребнадзор”ҙың клиник тикшереүҙәрен уңышлы үткән һәм былтыр 13 октябрҙә Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн теркәлгән. Яҡын арала “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһының складтарынан “ЭпиВакКорона” вакцинаһы район һәм ҡала дауаханаларына оҙатыласаҡ. Әлеге ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны “Сәләмәтлек поезд”арына бүлеү өсөн бойороҡ әҙерләй. Мәғлүм булыуынса, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 19 апрелдә башлана. Шуныһы: был төр вакцинаны транспортировкалау һәм һаҡлау өсөн бер ниндәй ҙә айырым шарттар талап ителмәй. Етештереү һәм һаҡлауҙың ябайлығы (Цельсий буйынса 2–8 градуста һаҡлана) булған логистик процестарҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Был вакцинаны һәр теләгән кеше “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында эшләтә ала.
“ЭпиВакКорона” вакцинаһы һәм районда прививкалар яһатыу тураһында үҙәк район дауаханаһының баш табипы Әлфирә Сәлихова түбәндәгеләрҙе әйтеп үтте:
—Был вакцина — аҡ төҫтәге суспензия (0,5 мл), ул пептидлы антигендар нигеҙендә эшләнгән. Укол иңбашҡа яһала. Вакцина ике компонентлы, уны 14-24 көнлөк интервал менән эшләйҙәр. COVID-19 вирусынан “Спутник V” кеүек үк ышаныслы һаҡлай. Әммә препараттың эшләнеше, асылы һәм тәьҫир механизмы башҡа. “Спутник”та (“ГамКовидВак”) иммун яуап зарарһыҙландырылған аденовирус өлөшсәләре ярҙамында булдырылһа, “ЭпиВакКорона”ла был бурысты вирустың яһалма рәүештә синтезланған пептидтары атҡара.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны Архангел ауылы, Больничный урамы 1-се йорт адресы буйынса килеп эшләтергә була. Вакцинация алдынан 35-се кабинетта терапевт тикшереү үткәрә. 54-се процедуралар яһау бүлмәһе иртәнге сәғәт 8.00-ҙән 16.12-енсегә тиклем эшләй.
Бөгөн район буйынса 60 проценттан да кәм булмаған күләмдә прививкалар яһау ҡаралған. Киҫкен респираторлы сирҙәр менән ауырығандарға һәм яңыраҡ коронавирусты үткәргәндәргә вакцина эшләнмәй.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"