Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 05:03
Экскурсия бик оҡшаны
Заря ауылының хаҡлы ялдағылары әүҙем тормош яҡлы.
Һуңғы арала улар ветерандар Советы рәйесе Зөһрә Йәнешева етәкселегендә төрлө сараларҙа ҡатнаша, күрше ауылдарҙың тарихи һәм мәҙәни усаҡтарына экскурсияға сыға башланы. Сираттағы сәфәргә улар Валентиновка ауылының “Хәрби дан” музейына йүнәлде. Cара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата күптән планлаштырылған ине. Бына, ниһайәт, уңайы тура килеп ханымдар мәҙәни усаҡҡа юл тотто.
Музей бигүк ҙур булмаған бинала урынлашыуға ҡарамаҫтан, унда йыш ҡына тематик күргәҙмәләр, осрашыуҙар һәм башҡа саралар үткәрелеп тора. Килеп ингәс тә һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип һәм һәр оҫта ойошторолоу күҙгә салына. Экспонаттар тулыһынса 1941-1945 йылдарҙа Хәрби хәрәкәт темаһына һәм урындағы һуғыш ветерандарына, Советтар Союзы Геройҙарына арналған. Музейҙың етәксеһе Наталья Комзалова ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Ауылдың, мәктәптең, музейҙың, ҡайһы бер ҡомартҡыларҙың үҙенсәлекле тарихы менән таныштырҙы, ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Барыһы ла был сәфәрҙән ҡәнәғәтлек, йылы тәьҫораттар алып, рухланып ҡайтты. Киләсәктә районыбыҙҙың башҡа тарихи урындарына ла барып ҡайтыу, яңы ерҙәр менән яҡындан танышыуҙы дауам итеү теләген белдерҙе.
Зөһрә Йәнешева,
ветерандар Советы рәйесе.
Заря ауылы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"