Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Апреля 2021, 05:08
Аҡҡоштар ҡайтты!
Архангел быуаһына, ниһайәт, аҡҡоштар ҡайтты.
Билдәле булыуынса, Үрге һәм Түбәнге быуалар йылы яҡтан ҡайтҡан ҡыр өйрәктәре, ҡаҙҙар, аҡҡоштарҙың яратҡан төйәге.
Быйыл да улар быуа ҡарҙан әрселә башлауға тирә-яғыбыҙға йәм өҫтәп килеп тә етте. Һыу ятҡылығының байтаҡ өлөшөндә боҙ ятһа ла, матурҡайҙар өйрәнгән биләмәләре буйлап йөрөп, оя ҡорор өсөн урын ҡарайҙар. Аҙыҡ табыуы ла уларға ауыр түгел, сөнки яр буйында һыу асылған.
Аҡҡоштар сылбыры шулай уҡ Максим Горький ауылы өҫтөнән дә үтте. Бындағы Торош күлендә лә йыл һайын һылыу ҡоштар оя ҡороп, бала сығара һәм һалҡындар төшкәнсе йәшәй.
Изге ҡоштар төйәк иткән урын иң гүзәл, хозур ер тип һанала. Шуға күрә уларҙы ҡурҡытмайыҡ, борсомайыҡ. Ә тыуған еребеҙ уларҙы һәр саҡ ылыҡтырып торһон.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"