Театр — тамашасыларҙы берсә илатыусы, берсә шатландырыусы ғәжәйеп донъя тибеҙ. Спектаклдәрҙән берәүҙәр ғибрәт, икенселәр үрнәк ала. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер аҙ ситкә ҡуйып, спектакль ҡарау, күптәргә оло кинәнес, ҡабатланмаҫ ял минуттары бүләк итә. Кемдер спектаклдәргә тамаша ҡылһа, икенселәр шул тамашаларҙың уртаһында ҡайнай.
Абҙан ауылының “Өмөт” халыҡ театры — күптән халыҡ һөйөүен яулаған, билдәле башҡорт, татар яҙыусыларының әҫәрҙәрен сәхнәләштергән ижади коллектив. Яратҡан һәүәҫкәр театрҙың быйыл матур юбилейы — уға илле йәш!
“Өмөт”кә 1953-1954 йылдарҙа нигеҙ һалына. Ул башта Хәлимйән Сөләймән улы Кинйәғолов етәкселегендә һәүәҫкәр түңәрәк кеүек эшләй. Коллектив Абҙанда һәм башҡа күрше ауыл клубтарында үҙҙәренең тамашалары менән сығыш яһай. Тора-бара түңәрәк яҡын-тирәлә ҙур билдәлелек яулай, репертуары ла төрлөләнә. 1971-2004 йылдарҙа уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Муллаян ҡыҙы Йосопова (Ғарипова) үҙ ҡанаты аҫтына ала. Тормош ҡыйынлыҡтарына ҡарамай, театр һүнмәй, йәшәүен дауам итә. 1996 йылда уға халыҡ театры тигән юғары дәрәжә бирелә. 2004 йылдан бөгөнгәсә “Өмөт”төң етәксеһе һәм режиссеры — Вәлимә Ишбулды ҡыҙы Өмөтбаева.
—Үҙешмәкәр түңәрәк булғас, күберәк мәҙәниәтте яратҡан, үҙ иткән кешеләр, уҡытыусылар, хаҡлы ялдағылар шөғөлләнә. Мал-тыуарҙы ҡарап, йорт эштәрен тамамлайҙар ҙа клубҡа йүгерәләр. Репертуарыбыҙҙа ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән төрлө жанрҙарҙағы спектаклдәр ҡуябыҙ. Эшһеҙлек, ғаилә эсендәге мөнәсәбәт, буйҙаҡлыҡ, эскелек һәм башҡа темаларҙы яҡтыртабыҙ.
Мин килеп эшләй башлағандан алып театрыбыҙ яңы һулыш алды. Байтаҡ көнкүреш мәсьәләләр сиселде. Сәхнә әҫәрҙәребеҙҙең ҡуйылышы профессиональ кимәлгә күтәрелде. Әлеге мәлдә мәҙәниәт йорто яңыртылғас, йылы, яҡты бинала эшләйбеҙ. Йылына ике премьера өлгөртөргә тырышабыҙ. Республика, төбәк-ара һәм башҡа бәйгеләрҙән, фестивалдәрҙән ҡалған юҡ. Алда маҡсаттар ҙур, ныҡышмалы эшләргә генә ҡала.
Бөгөн алтын миҙгелгә аяҡ баҫыуыбыҙ, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙ бер йыллыҡ ҡына эш түгел. Бында ярты быуат эсендә кемдәр генә күңелен һалмаған, йөрәк йылыһын кешеләргә бүләк итмәгән. Сәнғәт — ул эске һәм тышҡы донъяны сағылдыра, танып-белеү, унда ҡайнап йәшәү. Шуға күрә был өлкәлә һайлап алынғандар ғына тир түгә ала, — тине Вәлимә Өмөтбаева.
“Өмөт” театрын күркәм юбилейы менән ҡотлар өсөн халыҡ дәррәү район мәҙәниәт йортона ағылды. Уларҙы фойела уҡ “Хазина” фольклор төркөмө дәртле бейеүҙәре менән ҡаршы алды, килгән һәр ҡунаҡҡа сәк-сәк менән ҡымыҙ тәҡдим ителде. Шулай уҡ “Өмөт” халыҡ театрының ағзаларына, ижадына бағышланған бай йөкмәткеле күргәҙмә барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
Тамаша залының туп-тулы булыуы, олоһоноң да, кесеһенең дә гөлләмәләр тотоп килеүҙәре халыҡтың һәүәҫкәр артистарҙы ни тиклем хөрмәт итеүҙәрен иҫбатланы.
Сара, йола булараҡ, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлиндың тәбрикләү һүҙҙәре менән башланды. Айрат Закир улы Абҙан һәүәҫкәрҙәренә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләне һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Абҙан ауылы биләмәһе башлығы Айнур Хәсәнов, район Советы секретаре Фәйез Йортомбаев, район Советы депутаты Роберт Фәйзуллин да барлыҡ яҡташтары исеменән ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, яңы ижади үрҙәр теләне, бүләктәрен бирҙе. Юбилей кисәһе артистарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынан Ирек Камил улы Иманғәлин, “Актерҙар йорто”нан Ринат Исҡужа улы Ишмуллин, республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмурзина, ҡуйыусы режиссер Әлмирә Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова, Яңауыл ҡалаһы Йәштәр театрының ҡуйыусы режиссеры Венер Юрис улы Хәкимов, Ғафури районынан һәм башҡа ситтән килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе, шулай уҡ райондаштарыбыҙ “Өмөт” ағзалары исеменә изге теләктәр әйтте, ижади күстәнәстәренән дә, ҡиммәтле бүләктәренән дә мәхрүм итмәне. Ғөмүмән, байрам мәртәбәле, сағыу һәм юғары кимәлдә үтте. “Өмөт” — беҙгә тағы ла өмөт, йәшәүгә дәрт бүләк итте.
Кисәгә килгән һәр кем, баш эйергә сыҡҡан артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй, оҙаҡ ҡул сапты. Улар талант эйәләренә булған ихтирамды көслө алҡыштар, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр, бүләктәр, йылы һүҙҙәр аша еткерҙе.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.