Бында башҡорттар, рустар, латыштар һәм башҡа милләт вәкилдәре тормош көтә. Элек ауыл халҡы “Максим Горький” исемендәге миллионер колхозда тир түкһә, хәҙер кем ҡайҙа эш урыны таба, шунда хеҙмәт итеп ғаиләһен ҡарай, йорттар төҙөй, балалар уҡыта. Ауыл Аллаға шөкөр, йүнселдәр арҡаһында һүнмәй, йәшәүен дауам итә.
Заря халҡы ябайлығы, берҙәм булыуы менән айырылып тора. Бында кешеләр һаман бер-береһенә йомошҡа инә, йома сәйҙәренә саҡыра, ғөмүмән, уларҙың күңел ишектәре лә, йорт ишектәре лә һәр саҡ асыҡ.
Ошо ауылда тыуып-үҫкән Фәнис Ишмөхәмәтов бөгөн ауылда мәсет асыу ниәте менән янып йәшәй.
—Максим Горькийҙа ҙур мәсет бар. Ул Батыргәрәй хәҙрәттең, ауыл халҡының тырышлығы менән асылды һәм әүҙем эшмәкәрлек итеп, халыҡҡа иман нурын тарата. Мәсете булған ауылдың дәрәжәһе лә юғары тип уйлайым мин. Мәсет — ауылдың ҡото.
Борон ауыл бәләкәйме, ҙурмы — һәр береһендә Аллаһ йорто булған. Беҙҙең Заряла ла ислам нигеҙҙәрен тергеҙгән, бөтә мөһим дини байрамдарҙы, мосолман йолаларын уҙғара торған изге урын кәрәк.
Былтыр әсәйем Хәдисә Мөхәмәтулла ҡыҙының йылын уҡытҡанда туғандар менән аралашыуҙа ошо мәсьәлә күтәрелде. Шунан әсәйемдең яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә мәсет һалырға тигән теләк тыуҙы. Балаларыма, ейәндәремә лә бер эҙ ҡалдыраһы килде. Фәнзил Хисәметдинов һәм Айҙар Үзбәковтар менән кәңәшләштем, бер туған апайым Зөһрә Минибай ҡыҙы ла ниәтемде хупланы. Уларҙың ризалығын алыу мине тағы ла нығыраҡ ҡанатландырҙы.
Әлеге мәлдә элекке ауыл клубының урынында ер билдәләнгән, барлыҡ кәрәк документтар тупланған. Оҙаҡламай төҙөлөш эштәрен башларға торабыҙ, өмәләр ойошторасаҡбыҙ.
Мәсет һалыуҙы үҙ өҫтөмә алһам да ауыл халҡынан, Заряла тыуып, бөгөн ҡырҙа йәшәгән яҡташтарымдан, битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам кәрәк. Сөнки бөгөнгө заманда төҙөлөш эшен атҡарыу еңелдән түгел. Ауылдаштарым бәлки кем ҡул көсө менән, кемдер аҡсалата, кемдер аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итер, — тип ауылдаштарына өндәште Фәнис Сәлим улы.
Эйе, мәсет асыу ауылда рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе иманлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигән беҙҙең халыҡ. Шуға күрә зарялар йәш ир-уҙамандың ниәтен бер тауыштан күтәрер, иман йортон төҙөүҙә мосолман ҡәрҙәштәр ситтә ҡалмаҫ, ярҙам ҡулы һуҙыр һәм берҙәм Заря ауылы мәсетен һалып сығыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.