Инйәр
+1 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
14 Апреля 2021, 10:16

Фәһемле экскурсия

Белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында балаларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү тәрбиә программаһында төп урынды биләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ололар даими рәүештә класс сәғәттәре, эвакуациялау күнекмәләре һәм башҡа сараларҙы уҙғарып тора. Һуңғы йылдарҙа янғын һүндереүселәрҙе мәктәптәргә саҡырыу йәки уларҙың эш урындарына экскурсиялар ойоштороу бик отошло ҡулланыла.
Бала-саға кескәйҙән үк янғын һүндереүселәрҙә көслө, ҡыйыу, сос кешеләрҙе күрә. Шуға күрә лә уларҙың хеҙмәте, көн тәртибе, ҡоралдары менән яҡындан танышыу, ысынбарлыҡта күреү кескәйҙәрҙә янғын һүндереүселәргә ҡарата хөрмәт һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡараш тәрбиәләй. Уҡыусыларҙы янғын һүндереүселәр һөнәре менән таныштырыу, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт мотлаҡ икәнен аңлатыу маҡсатынан сығып, тәрбиәләнеүселәр өсөн 63-сө янғын һүндереү часына сәйәхәт ҡылынды.
Балаларҙы дежур ҡарауыл начальниктары: Илнур Йосопов, Михаил Горбачев, Дмитрий Киселев, Иван Михайлов йылы ҡаршы алды. Бер нисә минут эсендә киң, яҡты депо бала-сағаның шат ауаздары менән тулды. Хеҙмәткәрҙәр янғын һүндереү техникаһы, ҡорамалдарҙың төҙөлөшө, махсус кейемдәр тураһында һөйләне, һәр деталдең тәғәйенләнеше менән таныштырҙы, күрһәтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар машиналарҙың кабинаһында ултырып ҡараны, кемдер кейемдәр менән ҡыҙыҡһынды: каскаларҙы, бейәләйҙәрҙе кейҙе, ауыр хәрби костюмдарҙы күтәреп ҡараны.
Осрашыу бик күңелле һәм фәһемле үтте. Сара һуңында тәрбиәләнеүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирҙе һәм иҫтәлеккә фотоға төштө. Хушлашҡанда янғын һүндереүселәр балаларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа, һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәклеген әйтте.
Таңһылыу Исламғолова,
район мәғариф бүлегенең хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм эксплуатациялау буйынса белгес.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас