Элек беҙ йәшерәк саҡтарҙа ул һиҙелмәй ине. Көнләшеү урынына бер-береңә ярҙам итеү, дуҫ-татыу булыу, яҡшылыҡ ҡылыу күңелгә шатлыҡ килтерҙе.
1961-1964 йылдарҙа Салауат ҡалаһында педучилищела уҡығанда, Ишембайҙан Рәмзиә Сәғәҙиева тигән ҡыҙ менән дуҫ булдыҡ. Аралар йырағайып, байтаҡ ғүмер уҙһа ла дуҫлығыбыҙ һүнмәне. Ул ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй. Телефондар, интернет селтәре булмаған саҡта бәйләнеш аҙмы күпме өҙөлөп торғайны. Бер заман әхирәтем мине интернет селтәре аша нисектер эҙләп тапты. Былтыр йәй ҡунаҡҡа ҡайтып төштө. Үҙенең тыуған яҡтарын да ныҡ һағынған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғандары ҡалмаған. Ниндәйҙер ауылда энеһенең ғаиләһе генә йәшәй, шунда бара һалып килде.
—Салауатта уҡыған саҡта иң хөрмәт иткән дуҫым һин булдың. Яңынан осрашыуыбыҙға бик шатмын, — тине әхирәтем.
Шулай һөйләшә-һөйләшә Инйәр йылғаһын кисеп, ярҙары буйлап йөрөнөк. Намаҙ ваҡыты еткәс, ул матур ғына бер ҡалҡыулыҡта, йәшел хәтфә үлән өҫтөндә намаҙ уҡып алды. Көндәребеҙ шулай аралашып, үткәндәрҙе иҫкә алып үтә торҙо.
Бөгөн беҙ телефон аша йыш һөйләшеп, бер-беребеҙҙе һағынып, осрашыу мәлдәрен көтәбеҙ.
Дуҫлыҡ бына шундай булырға тейештер. Ә көнләшеү әҙәм балаһын дошманлаштыра. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә көнләшеүселәрҙе Аллаһтың дошмандары тигән. Был турала бер риүәйәт тә яҙып үтәйем әле.
“Йылан, үлтереү ниәте менән, бер күбәләкте аулай башлай. Күбәләк йыландан ҡасып бер ерҙән икенсе ергә ҡасырға тырыша. Был хәл бер нисә көн дауам итә. Аптырағас, күбәләк йыландан һорай:
—Һинән ҡотолоп булмаҫ, ахыры. Мине йотор алдынан һиңә һорау бирергә рөхсәт ит. Һиңә берәй насарлыҡ эшләнемме әллә? Ни өсөн һин беҙҙең менән туҡланаһың?
—Юҡ, һинең тирә-яҡҡа матурлыҡ сәсеп йөрөүеңде күрергә теләмәйем, — тип яуап ҡайтарған”.
Эйе, көнләшеү ул йән ауырыуы. Аллаһ та уларҙы әгәр ҙә тәүбәһенә ҡайтмаһа, ғәфү итмәй. Шуға күрә, бер-берең менән дуҫ-татыу йәшәүгә, изге эштәр ҡылыуға етмәй. Көнсөл булмайыҡ.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.