Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Апреля 2021, 10:44

Асылыуын көтөп ҡалабыҙ...

2009 йылда был байрамды булдырыу башланғысы менән Европа цирк берекмәһе һәм Бөтә донъя цирк федерацияһы сығыш яһай.

Халыҡ-ара цирк көнө 2010 йылдан тәүге тапҡыр билдәләнә башлай һәм 25 июлдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, байрам ителә. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, донъя буйынса меңәрләгән цирк бар.
Цирк сәнғәттең боронғо төрҙәренең береһе һанала. Акробаттар, жонглёрҙар, клоундар, цирк һыбайлылары сығыштары боронғо донъя тарихында уҡ телгә алына. Тик хәҙерге цирк XVIII быуаттың аҙағында ғына барлыҡҡа килә.
Өфө дәүләт циркы —Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан. Дәүләт циркы йәки Өфө циркы тип тә йөрөтөлә.
Ул 1968 йылдың 5 ноябрендә РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Т. В. Дурова етәкселегендәге программа менән асыла. Ике мең урынлыҡ тамаша залы, административ кабинеттары, көнкүреш бүлмәләре, грим бүлмәләре, балет-спорт залы, “Арена” дөйөм ятағы һәм башҡалар бар. 1970 йылдан БАССР Министрҙар советы ҡарары менән “Союзгосцирк” Бөтә Союз берекмәһе ҡатнашлығында Өфө циркы эргәһендә Башҡорт цирк студияһы ойошторола. Уны тамамлаусылар (55 кеше) Башҡортостанда профессиональ цирк сәнғәтенә нигеҙ һала.
Өфө циркы бинаһы XX быуаттың 2-се яртыһына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылда Башҡортостан прокуратураһы суд тәртибендә Өфө циркы бинаһын файҙаланыуҙы туҡтатыуға өлгәшә һәм Өфөнөң Октябрь районы суды ҡарары менән тергеҙеү эштәре тамамланғансы һәм тамашасылар залының ҡыйығы конструкциялары тулыһынса алмаштырғанға тиклем бина менән ҡулланыу тыйылды.
Республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла Өфө циркы яҙмышы өсөн борсола. Бының турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
—Беҙ дәүләт циркының артабанғы яҙмышы тураһында ныҡ борсолабыҙ. Кешеләр ҙә уның тураһында гел һорайҙар. Өфө кеүек миллионлы ҡалала бының кеүек объектты яңынан ебәреү мөһим эш булып тора, — тине.
Шулай итеп, үҙебеҙҙең Өфө дәүләт циркы оҙаҡламай ҡабаттан тамашасаларына үҙ ишектәрен асыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас