Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
9 Апреля 2021, 09:56

Изгелектәр генә ҡылырҙар

Бөгөнгө мәктәп уҡыусыһы һәр яҡлап үҫешкән, яңынан-яңы алымдар, мәғлүмәт технологияларын ҡуллана белеүсе шәхес.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҙондар мәктәбендә ошондай алдынғы ҡарашлы, уҡыуҙа ла, мәктәптән тыш эштәрҙә лә әүҙем, башҡаларға өлгө булған, тырыш һәм һәләтле балалар байтаҡ. Хөсәйенова Эвелина, Әхтәрйәнов Вадим, Фәйзуллин Илназ шундайҙарҙан һанала. Улар районда, республикала үткәрелгән бәйгеләрҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ла, төрлө флеш-мобтарҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булды. Үҫмерҙәрҙең уңыштары осраҡлы түгел. Уның нигеҙендә уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың ныҡышмалы хеҙмәте, тырышлығы ята. Ә иң мөһиме — үҙ эштәрен күреп ҡыуана. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы шөғөл генә иҫтә ҡала, баланың аңын үҫтерә, киләсәккә ышаныс тыуҙыра, белем һәм һөнәр алыуға ынтылышты көсәйтә, ҡыҙыҡһыныу арттыра.
Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусылар Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, Ватанының ҡәҙерен белерҙәр һәм тормошта үҙ урындарын табырҙар. Матур әҙәбиәттең, туған телдең тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур, сөнки башкорт яҙыусыларының әҫәрҙәренең күбеһе халык педагогикаһы идеялары, милли йолалар, тарихи мәғлүмәттәр менән һуғарылған. Һөҙөмтәлә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән мауыҡҡан уҡыусы илһөйәр була, халҡы, туған теле, тарихы өсөн яна, тыуған еренең ышаныслы ҡыҙҙары һәм улдары була.
Лилиә Ғәзизова,
Оҙондар мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас