Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
9 Апреля 2021, 09:12
“Ирҙәрҙең күҙ йәше”
Районыбыҙҙың Абҙан һәм Асы ауылдары араһы бер-береһе менән 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Атамалары шул ауылдар исеменән алынған. Саф һауаһы һәм таҙа һыуы өсөн туристар үҙ иткән тәбиғәттең ифрат күркәм бер мөйөшө ул. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле.
Инйәрҙең таш менән ҡапланған һөҙәк яр өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә.
Асы шарлауығын урыҫ теленә “Зеркальный”, йә иһә “Ирҙәрҙең күҙ йәше” тип тә тәржемә итәләр. Сөнки алтмышынсы йылдар уртаһына тиклем шарлауыҡ булмаған. Бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте “Илаусы таш” тип тә йөрөткән. Ваҡыт үтеү менән һыу юлы нығыраҡ асыла барып, шарлауыҡ хасил булған.
Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: айырыуса яҙ шарлауыҡ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны “Көҙгөлө шарлауыҡ” тип тә атағандар.
“Илаусы таш” карбонат тау тоҡомдарынан тора. Еүеш мүк менән ҡапланған. Шарлауыҡ тауҙың Инйәргә төшкән көньяҡ битләүендә, урманлы текә ҡаяһында урынлашҡан. Төньяҡ битләүе һөҙәк, дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Йәйгеһен ер еләге ныҡ уңа.
Йәйен шарлауыҡ тапҡырында йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында сумып сығырға мөмкин.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"