Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
9 Апреля 2021, 10:02

Ҡарҙар ирей, ҡый күренә...

Ҡарҙар иреү менән тирә-яҡта сүп-сар өйөмдәре, тегендә, бында ырғытылған пластик һауыттар, тоҡсайҙар һәм башҡа әйберҙәр тәртипһеҙ рәүештә асыла башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡтың, XXI быуатта йәшәһә лә, аң, тәртип, мәҙәнилек кимәле бик түбән. Ирекһеҙҙән алға киткән көнбайыш илдәре, бигерәк тә Япония, күҙ алдына баҫа. Бында халыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары менән аҡыллы эш итә, уларҙа был йүнәлеш бик оҫта системаға һалынған. Урамда сүп ырғытыу, юл буйында ҡалдыҡтар тултырылған тоҡтар ултыртып китеү, ял иткән урындарҙа хәшәрәт ҡалдырыу тәртипле, үҙен һәм башҡаларҙы хөрмәт иткән, ябай әммә юғары әхлаҡлы кешеләр өсөн ят күренеш.
Ни өсөн һаман әҙәпкә, таҙалыҡҡа өйрәнмәйбеҙ? Урамдарыбыҙ, ихаталарыбыҙ, оло юл буйҙары, магазиндар, баҙар тирәһе, туҡталыштар таҙа, бөхтә булһа үҙебеҙгә яҡшы бит! Һаҫып бөткән, серегән нәмәле мөйөш-һәйештәрҙә йәйге селләләрҙә себендәр эйәләшә, яҙғы гөрләүектәрҙең күркәмлеген нимә икәнен дә аңлата алмаҫлыҡ ҡый юҡҡа сығара. Матурлыҡҡа ҡарар, һоҡланыр урынына сирҡанып ҡуяһың. Шул мәлдә өндәшәһе килә: ”Эй, әҙәм заты, һеҙ кешеме әллә дуңғыҙмы?”. Дуңғыҙ тигәс тә, ул да тәртип ярата.
Бөтәһе лә сүп-сар ырғыта тип әйтмәйем. Балаларына дөрөҫ тәрбиә биргән, үрнәк күрһәткәндәр ҙә байтаҡ. Улар хатта кәнфит ҡағыҙҙарын ташламай, үҙ йортонда ла, йәмәғәт урындарында ла юғары мәҙәнилеген иҫбатлай.
Әле экологик өмәләр башланып тора. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм башҡа таҙалыҡ яҡлылар ҡыш буйы тупланған ҡыйҙарға ҡаршы алышҡа сыға. Яҡшы эш тә бит, тик ниндәйҙер әҙәпһеҙҙәрҙең бысрағын йыйнап йөрөү бер ҙә оҡшамай.
Көн һайын районға йөрөгәндә йыл әйләнәһендә юл буйында ташланған сүптәрҙе йыш күрергә тура килә, шул ваҡытта йән әсей. Урмандарҙың, ялан-болондарҙың, йылға-күл буйҙарының лапы ояһына әйләнеүенә бына ошондайҙар сәбәпсе. Хәҙер һәр ауылда сүп-сар йыйыу контейнерҙары урынлаштырылған, шунда илтһәләр булмаймы ни? Йә ауылдыҡылар, йә райондан ауылға килеүселәр ошолай ҡылана.
Етешһеҙлектәргә ҡарамай, ыңғай яҡтар ҙа бар. Мәктәп уҡыусыларының ошо мәсьәләгә битараф булмауҙары, хәстәрлекле ата-әсәләрҙең сабыйҙарына кесе йәштән үк яҡшы өлгө күрһәтеүҙәре ҡыуандыра.
1-се Архангел мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары Шәйәхмәтов Тимур менән Сорағолов Марсель аҙна башынан алып көн һайын мәктәптән һуң үҙҙәре йәшәгән йорт тирәһендә һәм урам буйҙарында сүп-сар йыйырға сыға икән. Малайҙарға ололар ҙа булыша. Ғөмүмән, үҫмерҙәр был эште ысын күңелдән башҡара.
—Беҙҙе бәләкәйҙән ҡыйҙы тейешле урынға алып барып илтергә өйрәттеләр. Үҙебеҙ йөрөгән юл, өйөбөҙ эргәһе таҙа булып торһон тибеҙ. Сүпте ҡайҙа етте шунда ырғытмаһалар — йәшәгән еребеҙ ялт итеп торор ине, — тине бер тауыштан улар.
Әйҙәгеҙ, ошо балаларҙың изге эшенән үҙебегә һабаҡ алайыҡ! Ҡый йыйып, таҙартып йөрөү оят түгел, ә еребеҙҙе сүпләү оят!
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас