Инйәр
+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Апреля 2021, 12:07
Ҡурсаланыу режимы ҡайтарыла
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш штабының сираттағы ултырышында район хакимәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин, уның урынбаҫарҙары, үҙәк район дауаханаһы, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры һәм башҡалар ҡатнашты.
Осрашыуҙа вирус менән зарарланыуҙы иҫкәртеү сараларының ойошторолоуы, битлек режимының үтәлеше, йәмәғәт урындарында социаль араның булдырылыуы һәм инфекцияға ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Айрат Закир улы иң тәүҙә белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында, дауаханала COVID-19-ға бәйле хәл-торош, көрәш алымдары менән ҡыҙыҡһынды.
Район мәғариф бүлегенең хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм эксплуатациялау буйынса белгесе Таңһылыу Исламғолова, үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Гөлшат Кинйәбаева ошо йүнәлештәге башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Эске эштәр хеҙмәткәре Валерий Антипин битлек режимын үтәү тәртибенә аныҡлыҡтар индерҙе һәм Роспотребнадзор талабын үтәмәгән, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланмаған осраҡтарҙа граждандарҙың административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы тураһында һөйләп үтте.
А.Сәйетғәлин кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы берҙәм эшмәкәрлеккә, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыуҙы әүҙемләштерергә, хеҙмәт урындарында санитар талаптарҙың етди күҙәтелеүенә, мәҙәни һәм спорт сараларын уҙғарғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең мотлаҡ үтәлешенә саҡырҙы. Шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы, вакциналар эшләү хаҡында күберәк мәғлүмәттәр биреү темалары ла иғтибар үҙәгенә алынды. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләү пункты булдырыу тураһында ла һорау күтәрелде.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"