Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
8 Апреля 2021, 12:10

Тормошобоҙ ҡайнап тора

Мәҙәниәт шәхестең рухын байыта, йәмғиәттең милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә.

Районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүгә, шәхес тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға ҙур өлөш индерә. Беҙҙең райондың ижади коллективтары төбәк, республика, Бөтә Рәсәй фестиваль, конкурс, күргәҙмәләрендә ҡатнашып тора. Йылдан-йыл ижади өлгөләре киңәйә һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара.
Бөгөн район мәҙәниәт йортоноң 21 филиалы бар. 2016 йылдан Ҡыҙыл Еҙем ауылында күп функциялы мәҙәниәт һарайы барлыҡҡа килде. Район үҙәк китапханаһы, үҙәк балалар моделле һәм 18 ауыл китапханаһы эшмәкәрлек итә. Бында төрлө әҙәби осрашыуҙар, хикәйәләргә байҡау һәм башҡа бик күп темаларға һөйләшеүҙәр алып барыла.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Пинягина етәкләгән Балалар сәнғәт мәктәбендә вокал, фольклор, һынлы сәнғәт, тынлы инструменттар, ҡурай, гитара, ҡыл-ҡубыз, аккордеон, фортепиано дәрестәрендә 440 бала шөғөлләнә. Улар төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡыуандыра.
Һигеҙ халыҡ фольклор коллективы бар: Абҙан “Өмөт” халыҡ театры (етәксеһе Вәлимә Өмөтбаева), “Халыҡ академия хоры” (Ирина Пинягина), рус халыҡ йырҙары хоры “Заряница” (Екатерина Егорова), халыҡ фольклор ансамбле “Цвет Калина” (Елена Марахотина), тынлы халыҡ инструменнтары оркестры (Әүхәҙи Фәхретдинов), халыҡ биҙәү сәнғәте клубы “Мозаика” (Фәнисә Гольцова), атҡаҙанған рус фольклор ансамбле “Русские узоры” (Валентина Щвецова), Валентиновка ауылы мәҙәниәт йортоноң “Берегиня” рус халык йырҙары хоры коллективы (Екатерина Егорова), латыш фольклор ансамбле “Атбалсс” (Илона Савераса).
Балалар, йәштәр, оло йәштәгеләр өсөн бейеү, театр, вокал, тынлы инструменттар, халыҡ ҡоралдары инструменттары, фольклор, ҡул эштәре түңәрәктәре бик уңышлы эшләп килә.
Үткән йылда “Яңы йыл мажаралары”, республика буйынса “Йырлы ауыл”, “Мин яратам һине, тормош!”, “Матур ғаилә – ил күрке” һәм башҡа төрлө бәйгеләр, бихисап концерттар, спектаклдәр, тематик саралар планға ҡуйылған ине. Әммә короновирус сәбәпле, ҡайһы берҙәрен кисектереп торорға мәжбүр булдыҡ.
Һәр ваҡыт ҡайнап торған мәҙәни тормошҡа өйрәнгән райондаштарыбыҙҙың пандемия ваҡытындағы көнитмешен саҡ ҡына булһа ла төрлөләндереү, күңеллерәк итеү маҡсатынан хеҙмәткәрҙәребеҙ элеккенән дә әүҙемерәк тир түкте. Концерттарҙы һәм башҡа тамашаларҙы ситтән тороп күрһәтергә өйрәндек. Онлайн бәйгеләрҙә, флешмобтарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, тарихи сәғәттәрҙә ҡатнашып торҙоҡ.
Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй онлайн акцияларында, “Еңеү тәҙрәләре”, “Бөтә урам менән еңеү йырын йырлайбыҙ”, “Еңеү күгәрсендәре”, “Үлемһеҙ полк” һәм башҡа акцияларҙа әүҙемлек күрһәттек.
Башҡа ойошмалар, үҙәктәр менән берлектә файҙалы, күңелле осрашыуҙар, викториналар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, “Ғаилә” үҙәге беҙҙең менән яҡшы хеҙмәттәшлек итә.
Август айында яҡташыбыҙ, күренекле сәнғәт эшмәкәре, режиссер Фәтих Иҡсановтың тормошо һәм ижад юлына бағышланған ҙур сара — төрлө халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар араһында асыҡ бәйге үткәрҙек һәм яҡташыбыҙҙың 85 йәше уңайынан таҡтаташ астыҡ.
Йыл миҙгелдәренә арналған фольклор байрамдарҙы ла ситтә ҡалдырмайбыҙ. “Ҡышҡы мәрәкәләр”, “Масленица”, “Наурыз”, “Һылыуҡай”, Ҡыҫынды мәҙәниәт йортонда “Бәләкәй һылыуҡай”, “Бауырһаҡ байрамы”, Тәүәкәстә “Ҡоймаҡ”, Тирәклелә “Самауыр”, Аҙауҙа “Ҡарға бутҡаһы”, Ҡыҙыл Еҙемдә “Кузьминки”, Оҙондарҙа “Урам”, Абҙанда “Бәрәңге”, Көмәрлелә “Ауылым оҫталары”, “Һандыҡ сере” Архангелдә “Архангел-Михаил”, “Мәүлит” байрамдары үткәрелә. Бөтә республиканы Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Аҫҡын ауылдарында йыйған “Башҡортостан легендалары. Архангел районы” фестивалендә ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙәк урында булды.
Орловка ауылында Фәнисә Гольцова йыл һайын төрлө тарафтарҙан йыйылған халыҡҡа балаҫ һуғыу серҙәрен төшөндөрә. Ғаиләһе менән ошо шөғөлгә ғашиҡ оҫта ханым бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙарын алды.
Районыбыҙҙың күп милләтле халҡы татыу булғанға байрамдар ҙа уртаҡ. Казанкала сыуаштар гөрләһә, Зәйеттә “Наурыз”, ә Максим Горькийҙа “Лиго” кешеләрҙе үҙенә саҡыра.
Нәфис фильмдар төшөрөү серәҙәрен дә үҙләштерҙек, спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ. Яңыраҡ “PROкультура” каналында тура бәйләнеш аша Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс...” исемле әҫәренән өҙөктө сәхнәләштерҙек.
Башҡорт теле көнөндә район форумын әҙерләнек. Унда район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт бүлеге, “Инйәр” гәзите хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр ҡоро”, ҡоролтай башҡарма комитеты, ветерандар Советы ҡатнашты.
“Мәҙәниәтле кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”, “Мәҙәни мөхит” проекттары буйынса бик күп эштәр алып барыла.
2020 йыл сикләүҙәр йылы булыуға ҡарамаҫтан, барыбер уңышлы тамамланды. Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” бәйгеһендә “Сулпан” балалар, “Алтынай” үҫмерҙәр һәм “Йәшлек” йәштәр бейеү ансамблдәре 3-сө урындарҙы яуланы. “Рәсәй таланттары” конкурсында Ләйсән Алтынова менән Иҙел Хәсәнов 2-се урынға һәм биш мең һум премияға лайыҡ булды. Ҡырым республикаһы ойошторған “Мәҙәни саралар сценарийҙары” ярышында Венер Монасипов 2-се урын алды. Фольклор-эстрада ансамбле “Колядница”, рус халыҡ хоры “Заряница” “Тыуған еребеҙ йырҙары” конкурсында еңеүгә өлгәште.
Кушнарен районында үткән “Кушнарен таңдары”нда, Шарандағы “Туй йолаһы”нда ла уңыш беҙгә юлдаш булды. Шулай уҡ төбәк-ара бәйгеләрҙә лә беҙҙе танып торалар.
Фотографыбыҙ Вячеслав Рудзит “Башҡортостан тәбиғәте — 2020” республика конкурсында “Минең ауылым” номинацияһында еңде. Сәриә Мағазова, Иҙел Хәсәнов, Ләйсән Алтынова шулай уҡ “Күп жанрлы” республика конкурсында районыбыҙҙың данын яҡланы. “Өмөт” халыҡ театры “Арҡаҙаш” халыҡ-ара театр бәйгеһендә 3-сө урынға сыҡты.
Мәҙәнәиәт өлкәһендә тир түгеүселәр ысын илһөйәрҙәр, асыҡ, киң күңеллеләр, рухи яҡтан байҙар. Улар үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡтартар. Был һөнәр эйәләренең эшмәкәрлегенән тыш йәмғиәтебеҙҙең йәшәйешен, рухиәтен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Сәриә Мағазова,
район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
ММ
Читайте нас