Быға газ зажигалкалары ла инә.
Әгәр ҙә уларҙы һатҡан осраҡ асыҡланһа, штраф бар, күләме түбәндәгесә:
граждандарға – 3000 – 4000 һум
вазифалыларға – 20 – 25 000 һум
юридик шәхестәргә – 30 – 40 мең һум
Икенсегә тотолһаң, штраф күләме бермә-бер арта.
Был документ үҫмерҙәр араһында токсикоманияны иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, сикләү өсөн нигеҙ бар, ул – йәштәр араһында таралған сниффинг. Уның баш мейеһенә зарар килтереүе билдәле. Республикала бындай осраҡтар булған, ә Рәсәйҙә үлем йөҙҙәрсә тапҡыр теркәлгән.
Сниффинг — ул токсикоманияның бер төрө. Үҫмерҙәр был осраҡта газ парҙарын һулап иҫерә. Бының өсөн шыйыҡлатылған углеводород газы зажигалкаларын тулыландырыу балондары, зажигалкалар ҡулланыла. Уларҙы һатып алыу бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Газ составына бутан, изобутан һәм пропан инә. Был газдар ҡатнашмаһы наркотик һәм ныҡ ағыулы булмаһа ла мейенең кислород менән тәьмин ителеүенә ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә аң томалана, галлюцинация күренештәре һәм сәйер тойғолар барлыҡҡа килә.
Был шөғөл ҡыҙыҡ күренһә лә ғүмер өсөн бик хәүефле — тын ҡыҫылыу өйәнәгенән үлем осрағы мөмкин. Шулай уҡ мейе һәм үпкәләрҙең шешеүе, ҡоҫҡо менән тонсоғоу, тын алыу параличы (фалиж) була. Һәр бер токсикоман-үҫмергә табип ярҙамы кәрәк, шуға күрә реабилитация үҙәктәренә мөрәжәғәт итеү мөһим.
Бала газ менән йыш тын алһа, кислород етмәүҙән мейе зыян күрә, шул арҡала интеллект түбәнәйә, хәтер насарлана, ә яман ғәҙәткә өйрәнеү нығына. Токсикомандар ғәҙәттә һүлпән уҡыйҙар, башҡа тиҫтерҙәренән артта ҡалалар. Улар һәр ваҡыт тик үҙҙәренең шөғөлдәре тураһында ғына уйлай. Токсикомания алкоголизм һәм наркомания кеүек яман сир. Ундай ауырыуҙарҙы наркологик үҙәктә дауалайҙар.
Баланың газ һулауын нисек белергә?
Иғтибарлы ата-әсәгә быны һиҙеп ҡалау еңел. Токсикомандан ул ҡулланан нәмәнең еҫе сығып тора, йөҙө ҡыҙара. Күҙ ҡараһы ҙурайһа, үҫмер үҙен иҫерек кеүек тотоп та алкоголь еҫе килмәһә тимәк — токсикоман. Ул үтә ярһыуланһа йәки төшөнкөлөккә (апатия) бирелә, ҡоҫа йәки аңын юғалта.
Әгәр бала аңһыҙ һәм янында газ балоны йәки елем булһа, уны тиҙерәк саф һауаға сығарып, арҡаһына һалырға, тығыҙ кейемдәрен бушатырға, нашатырь еҫкәтергә. Аңына килһә йоҡларға бирмәҫкә, ҡаты һәм шәрбәтле сәй эсерергә. Артабан наркологҡа күрһәтергә.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.