Ә киң прокатҡа ул 4 мартта сығарылды. Шуға ҡарамаҫтан, “Өс таған” Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәрҙең һөйөүен яуланы. Был билдәләлек “Өс таған”ға “Топ-20” исемлегенә инергә ярҙам итте. Әлеге ваҡытта уның касса табышы бер миллион һумдан ашып киткән.
Быға тиклем дә фильм бихисап еңеүгә өлгәште. “Йәшәйәсәкбеҙ” IX Мәскәү кинофестивалендә бер юлы өс призға эйә булды: “Тулы метражлы уйын киноһы” номинацияһында II урын, “Иң яҡшы актер ансамбле” дипломы һәм Мәскәү ҡала думаһы призы.
Бөтә Рәсәй Шукшин фестивалендә “Иң яҡшы сценарий” һәм “Алтай Йәш кинематографистар үҙәгенең махсус дипломы” дипломдарына лайыҡ булды. Ә “Әҙәбиәт һәм кино” XXVI Рәсәй кинофестивалендә Гран-при яуланы. Шулай уҡ Бангладештың Дакка ҡалаһында үткән халыҡ-ара фестивалдә иң яҡшы балалар фильмы тип табылды.
Район мәҙәниәт йортонда ла 1 апрель яҙғы каникулдар мәлендә Әмир Абдразаков исемендәге киностудия мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән балаларға “Өс таған” нәфис фильмын тәҡдим итте. Көн дауамында өс сеанс барҙы. Мәктәп уҡыусыларына һәм ололарға рәхәтләнеп данлыҡлы тулы метражлы кино ҡарау бәхете тейҙе.
“Өс таған” нәфис фильмы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡанда дуҫлыҡ, ихтыяр көсөнөң ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле булыуы хаҡында бәйән итте. Тамашасыларҙы йәш актерҙарҙың картинала ихлас, бирелеп уйнауҙары, үҙ ролдәренә яуаплы ҡарауҙары һоҡландырҙы, һәр кем йылы тәьҫораттар алды һәм үҙебеҙҙең башҡорт нәфис фильмдарының юғары кимәлдә булыуына инанды.
Мәктәп уҡыусыларына билеттарҙы район Советы депутаты Рафаэль Харисов бүләк итте.
Әлмира Хисмәтуллина, уҡытыусы, Тәүәкәс мәктәбе:
—Ниһайәт, “Өс таған”ды ҡараныҡ! Нәфис фильм бик оҡшаны. Залдағы балалар тамаша барышында ихлас көлөп тә алдылар, геройҙар менән бергә көйҙөләр ҙә, уңыштарына шатландылар ҙа. Артистарҙың үтә һәләтлеге, мөкиббән китеп уйнауҙары, кино төшөрөлгән ерҙәрҙең оҫта һайланыуы башҡорт кино сәнғәте өсөн ғорурлыҡ хисе уята. Ғөмүмән, Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған фильмдар тормошсан, тәрән мәғәнәле, тәрбиәүи әһәмиәтле, матур, күңелгә ятышлы.
Мәктәп автобусында ауылға еткәнсе уҡыусылар Ғабдулла, Яҡуп, Айҙар, Вәзир һәм башҡалар тураһында һөйләшеп ҡайтты. Йәш артистарға афарин, тип әйтәһе генә ҡала.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.