Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Апреля 2021, 11:25

Өйләнегеҙ, егеттәр!

Борон заманда халҡыбыҙ үҫеп килеүсе йәш быуынды мотлаҡ башлы-күҙле итергә, йәғни ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреп, уландарҙы өйләндереп, парландырырға тырышҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәше ҡырҡтан уҙған буйҙаҡ егеттәрҙең күбәйеүе хаҡында бынан 15 йылдар самаһы элек яҙғайным инде. Хәҙер улар 50-60 йәштәргә еткән яңғыҙаҡтар. Йәшерәк саҡта нисек тә көн күрә улар, ә олағайып, хәлдән тайғас, туғандарына һыйына. Ә уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Ирмен тигән ир көйөнсә еҙнә йәки кейәү ҡулында ҡол рәүешен ала. Йә эшең, йә ашың менән ярарға кәрәк ул саҡта.
Бындай тормоштоң сәбәбе нимәлә? Берҙән, ир-егеттең үҙ ғаиләһен матди яҡтан хәстәрләү хәле мөшкөлләнде. Эшһеҙлек килеп сыҡты. Ауылда кеше буш тормай, тибеҙ ҙә ул. Ә үҫтергән емеш-еләк, мал-тыуарҙы бөтәһе лә тейер хаҡҡа ғына һата алмай. Ярай әле, еләк, бәшмәк йыйып һатыу өсөн юлдағы туҡталҡалар бар. Халыҡ аҙмы-күпме аҡса эшләп, тамағын туйҙырып ҡала.
Өйләнмәй, яңғыҙ йәшәгәндәрҙең үҙ ғәйебе, тип ҡарайбыҙ күбебеҙ. Был мәсьәләнең тик бер яғы ғына. Уйлап ҡараһаң, ғәйептең бер өлөшө йәмғиәт ҡоролошонда, етәксе органдарҙа ла бар. Ғаиләһен ҡарай алмай, тибеҙ, ә бит күп ауылдарҙа өйләнмәгән егеттәр һарай кеүек йорттар һалып, аҙбар тултырып мал аҫрай, кәләш кенә юҡ, кем ғәйепле быға?
Нисек кенә уйлаһаң да, сыбыҡтың осо ғаилә тәрбиәһенә барып тоташа. Беҙ, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, тәрбиә мәсьәләләрендә бер яҡлыҡтан, сикләнгәнлектән азат түгелбеҙ.
Әйтәйек, меңәр йылдар йәшәп килгән ”ҡамсы һәм перәник” ысулының икенсе өлөшөн генә ҡулланып, беренсеһен инҡар итәбеҙ. Ә халыҡ аҡылы уларҙың икеһен дә күҙ уңында тоторға ҡуша бит. Балаға ҡул күтәреүҙе хуплап булмай, әлбиттә. Әммә һәр йортта “ҡамсының” булыуы ла фарыз. Әҙергә генә өйрәнгән, уйын-көлкө, ял итеү мәсьәләләрендә генә оҫта булған быуын тәрбиәләргә хаҡыбыҙ юҡ. Тағы шуныһы: шарттар юҡлыҡҡа һылтанып, өйләнмәйенсә йөрөү, балалар үҫтереү яғын ҡарамау — былар менән һис тә килешергә ярамай.
Икенсе күҙлектән ҡарағанда, һәр кемдең үҙ яҙмышы, кеше нисек теләй, шулай йәшәй. Тик тормош бит ул күп яҡлы, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе парлы итеп яратҡан. Иҫ киткес донъяға һоҡланып, уның ҡаҙанында ҡайнап, мәхәббәт утында янып йәшәһәксе.
Эсерен-эсеп, ашарын-ашап ҡына ҡалмай, ябай күҙгә күренмәгән күңел тыныслығын алып, йән рәхәтлеге кисереп ҡыуанһаҡ ине.
Баланың балаһы балдан да татлыраҡ, ти бит халҡыбыҙ. Туған-тыумаса, дуҫ-иштәр менән генә сикләнмәйенсә, донъяны биҙәп тороусы гүзәл заттар, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, тыуа-тыуасарҙар менән дә аралашып йәшәйексе. Тәбиғәт шулай яратылған.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас