Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 11 йәш була. Ауылда ир-егеттәрҙең барыһы ла тиерлек фронтҡа саҡырылғас, хужалыҡтағы мәшәҡәттәр бала-сағаның, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ҡарт-ҡороноң иңенә төшә. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, уны ла башҡа тиҫтерҙәре менән өлкән апайҙар ыңғайына колхоз эшенә ҡушалар.
—Һуғыш бөткәнсе, унан һуң да игенен дә сәсештек, утынын да әҙерләштек, малдарҙы ла ҡараштыҡ. Ололар беҙҙе йәлләгәндәрҙер ҙә инде. Тик ул ваҡытта илау, бәлә һалыу, күңел йомшаҡлығын береһе лә күрһәтмәне. Беҙ, фашистарҙы еңер өсөн, тешебеҙҙе ҡыҫып түҙҙек, барыһына ла сыҙаныҡ. Сабый сағыбыҙ ҡурсаҡ уйнап түгел, ә бил бөгөп, ауыр хеҙмәттә үтте.
Берештамаҡ участкаһына (Белорет районы) урман ҡырҡырға ебәргәндәрен ғүмерҙә лә онотмайым. Ауылдан тиҫтерҙәрем менән унда тиклем йәйәү барҙыҡ. Сатлама һыуыҡ. Аяҡтарыбыҙҙа, өҫтөбөҙҙә йүнле кейем дә юҡ. Ашарға өйҙән арлы-бирле йыйып алып киткәйнек, уныһы ла ярты юлда бөттө. Барып еткәс, тәүге көндә үк эшкә ҡуштылар. Кисен көс-хәл менән баракка ҡайтып инһәк, беҙгә хатта кейемдәребеҙҙе һалырға ла урын юҡ. Аптырап ҡарап торғанда төпкө яҡта бер ишекте күреп ҡалдыҡ. Ҡыҙҙар менән шунда йүнәлдек. Барак һаҡсыһының бүлмәһе булған икән. Һаҡсы ҡатын, өшөп-туңған балаларҙы йәлләп, тиҙерәк сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡатҡан икмәк һыныҡтары, сәй менән һыйлап, йоҡларға урын йәйҙе. Бер нисә көндән эшсе балаларға ҡайтырға рәхсәт иттеләр. Ауылға ла нисек йәйәү килгәнбеҙ, шулай ҡайтып еттек. Яҙмыш беҙҙе иркәләмәне, сабый саҡтан уҡ сыныҡтырҙы.
Тормош иптәшем Баймөхәмәт Юлмөхәмәт улы менән алты балаға ғүмер бүләк иттек. Тик бабайым бик иртә баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Яңғыҙым балаларымды аяҡҡа баҫтырҙым. Бөгөн, Аллаға шөкөр, уларҙың шатлығын күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерәм.
Бәләкәй саҡтан көнө буйы саф һауала эшләнек, үлән, тамыр ашаныҡ. Олпат йәшкә етеүемдең сере лә шуға бәйлелер тип уйлайым. Ул ваҡытта халыҡ үҙе үҫтергән йәки тәбиғи ризыҡ менән туҡланды. Әле аҙыҡ күп тә бит, тик сифаты шикле. Тормошто яратыу, башҡаларға итәғәтле, эскерһеҙ булыу, күңел тыныслығы, хәрәкәт итеү ҙә бик мөһим, — тип һөйләп үтте Көмәрле ауылында донъя көткән Ғилминур Мөхәмәтша ҡыҙы .