Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Апреля 2021, 11:19

Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу — ул һәләт

2007 йылда Рәсәй президенты мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уны мәҙәниәт, сәнғәт, киноматография, китап нәшер итеү, полиграфия, киң мәғлүмәт сараларында мәшғүл булған бөтә ижади һөнәр кешеләре, йәмғиәттең рухи үҫешенә һәм илдең мәҙәни мираҫын таратыуға тос өлөш индереүселәр байрам итә. Мәҙәниәт, тәү сиратта, халыҡҡа донъя кимәлендәге даръяла үҙ-үҙен юғалтмаҫҡа, үҙен ғорур тоторға, милли үҙенсәлеген үҫтерергә мөмкинлек бирә. Төрлө халыҡтарҙы, дин вәкилдәрен, күп милләтле дәүләтте берләштергән, үҫтергән бер асыш. Бөгөн Рәсәй кимәлендә мәҙәниәт өлкәһендә 500 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Улар бар көсөн һалып, халҡыбыҙҙың күңел торошон, рухын, гражданлыҡ хистәрен үҫтерергә тырыша.
Үткән аҙна Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район мәҙәниәт йортоноң тамаша залына ошо өлкәлә тир түгеүсе барса эшмәкәрҙәр, ветерандар, ҡунаҡтар йыйылды. Сара асыҡ тип иғлан ителгәс, һүҙ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлинға бирелде. Ул барыһын да байрам менән тәбрикләп, түбәндәгеләрҙе әйтте:
—Район мәҙәниәте — үҙ эшен яратҡан ижадсыларға ҡарап тора. Һеҙ изге эш башҡараһығыҙ — кешенең донъяға ҡарашын, әхлаҡи нигеҙҙе булдыраһығыҙ, эстетик зауыҡ үҫтерәһегеҙ, аң даирәһен киңәйтәһегеҙ, тыуған ергә һөйөү аша быуындар бәйләнешен тәьмин итәһегеҙ, кешеләргә күңел байлығығыҙҙы, шатлыҡ өләшәһегеҙ.
Һуңғы арала халҡыбыҙ пандемия арҡаһында мәҙәни-рухи байлыҡҡа бик һыуһаны, шуға ла сәнғәт эйәләренә икеләтә тырышып эшләргә тура килә.
Көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереп, маҡсаттарығыҙҙың ғәмәлгә ашыуын, ижад ҡомарығыҙҙа уңыштар теләйем. Ветерандарыбыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Сөнки тап улар районыбыҙ мәҙәниәтенә ныҡлы нигеҙ һалыусылар булып тора.
Айрат Закир улы хеҙмәт алдынғыларына, ветерандарына район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Сафин сығыш яһаны. Ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәр саҡ халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәүен, тормош ҡаршылыҡтарына ҡарамай, алға барыуҙарын, һәр саҡ әүҙем, ойошҡан булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ оло быуын кешеләренең, ветерандарҙың фиҙаҡәрлектәрен телгә алып үтте. Намыҫлы, оҙайлы хеҙмәт иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, тырышлыҡтары менән айырылып торғандарға Рәхмәт хаттары таратты.
Был көн мәҙәниәт өлкәһендә үҙ һөнәренә мөкиббән киткән педагогтар, китапханасылар, художество етәкселәре, хисапсылар, хужалыҡ бүлеге эшселәре, методистар һәм башҡалар Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Рәсми өлөштән һуң матур концерт тәҡдим ителде. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә һәм тамашасыларға осҡон сәсеп торған дәртле бейеүҙәр, төрлө халыҡ йырҙары, күңелдәрҙе берсә моңһоулатҡан, берсә елкендергән йырҙар, моңдар бүләк итте.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас