Инйәр
+18 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
1 Апреля 2021, 11:41

“Икенсе тыуған йортом”

Студенттар телендә “Alma mater” (Альма-матер) тигән термин бар.

Ул тура мәғәнәлә изгелекле, туҡландырыусы әсә тигәнде аңлата. Элек университеттарҙы, башҡа белем биргән усаҡтарҙы шулай атағандар.
Сәғәт 8-ҙә мин ашығып колледжға килеп етәм. Һәр уҡыу йортоноң йөҙө театрҙағы кеүек фойенан башлана. Бында етди һаҡсылар, тәртип күҙәтеүсе дежурныйҙар, гардеробсы күптән беҙҙе көтөп тора. Иртә һайын хәбәргә әүәҫ “беренселәр”, ышаныслы, төплө фекерле сығарылыш курс студенттары лекцияларға ашыға.
Өҫ кейемемде тапшырғанда яҡшы билдә алыр өсөн “бәхетле номер” биреүҙәрен һорайым. Артабан ап-аҡ халаттарыбыҙҙы кейеп, иркен, яҡты аудиторияларға йыйылабыҙ. Табиптарҙың аҡ кейеме миндә һәр саҡ бөхтәлек, күңел сафлығы һәм тәртипте кәүҙәләндерә.
Бөгөн беҙҙә тарихтан һәм психологиянан лекциялар була, тимәк бөтә группа менән йыйыласаҡбыҙ. Дәрестәр мауыҡтырғыс, бигерәк тә тәжрибә сәғәттәре.
Буласаҡ фармацевтарҙың практикалары махсус өйрәнеү аптекаһында үтә, башҡа клиник кабинеттар икенсе корпуста урынлашҡан. Уларҙың барыһы ла заманса технологиялар, муляждар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
Остаздарыбыҙ ҙа үҙенсәлекле, һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас уҡытыу алымдары, өлгөлө тәжрибәләре бар. Уларҙың лекцияларын “ауыҙҙы асып” тыңлайһың.
Мәктәптә уҡытыусылар һинең башыңа белемде үҙҙәре тырышып-тырышып һалһалар, колледжда һөнәр алғың килә икән — үҙең тырышаһың, бында һабаҡ алыуға аңлы рәүештә, етди ҡарау мөһим.
Бына ҡыңғырау шылтыраны һәм 45 минутҡа коридорҙар тынып ҡалды. Иң тыныс ер — ул китапхана. Студенттар китап донъяһында мауығып төрлө ресурстарҙан өҫтәмә мәғлүмәт ала, үҙ өҫтөндә эшләй.
Беҙҙең колледждың музейы ла бар. Унда бөтә нимә юғары оҫталыҡ һәм һөйөү менән ойошторолған. Уҡыу йортоноң барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгө көнгә тиклемге бөтә тарихи сығанаҡтар ошонда тупланған. Батша заманындағы боронғо ҡомартҡыларҙы ла күрергә була.
Бөтә шарттар ҙа булдырылған колледжда һөнәри белемдән тыш һәр студент үҙен спорт, ижад яғынан да үҫтерә ала, шәхес булып формалаша. Иркен спорт залында заманса тренажерҙарҙа рәхәтләнеп шөғөлләнергә мөмкин. “Vita” тип аталған ирекмәндәр хәрәкәтенә ингән студенттар балалар йорттарында, мәктәптәрҙә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалап, төрлө саралар уҙғара.
Медицина колледжы студенттарына күңелһеҙләнеп ултырырға бер ҙә ваҡыттары юҡ. Төрлө конкурстар, бәйгеләр, “Сәләмәтлек көнө”, “Уҡытыусылар байрамы” һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Походтарға сығыу, өҫтәмә дәрестәр алыу, түңәрәктәрәгә, секцияларға, курстарға йөрөү хәлде бөтөрмәй, ә киреһенсә көс-ҡеүәт бирә. Һәр саҡ нимә менәндер мәшғүлбеҙ, йоҡлап ял итеп алырға ғына өлгөрәбеҙ.
Ике йыл ярым ғына уҡыған мәлемдә колледж икенсе тыуған йортома әйләнде. Уның ишеге минең өсөн һәр саҡ асыҡ. Иң яҡын кешем кеүек йылы ҡаршы ала, үҫергә мөмкинселек, киләсәккә ышаныс бирә.
Эльвира Сөләймәнова,
Бөрө медико-фармацевтик колледжы студенты.
Читайте нас