Инйәр
+23 °С
Ясна
Төрлөһөнән...
25 Март 2021, 05:26

Әҙәбиәт һөйөүселәр марафонға йыйылды

23 март райондың үҙәкләштерелгән китапханаһында “Башҡорт тарихы йылы” сиктәрендә “Тарих яҙыр инем ташына” тип аталған республика буйынса барған әҙәби марафон уҙҙы.

Был мәртәбәле сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан милли әҙәбиәтте үҫтереү, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың һәм драматургтарҙың әҙәби эшмәкәрлектәрен популярлаштырыу, әҙип һүҙен халыҡҡа, йәмғиәткә еткереү, йәш быуынды милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында ойошторолдо.
Осрашыуҙа күренекле башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, тәржемәселәр, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар Союзы ағзалары, хәбәрселәр, урындағы “Тулҡын” әҙәби берекмә ағзалары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Имаева асты. Тамашасыларҙы тәбрикләгәндән һуң, көн тәртибе менән таныштырҙы. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнзил Хисаметдинов барыһына ла уңышлы көн теләне.
Өфөнән килгән дәрәжәле ҡунаҡтар Фәнзил Санъяров, Тәнзилә Дәүләтбердина, Гөлнара Мостафина, Харис Юлдашев, Миләүшә Ҡаһарманова, Рәмил Сорағолов әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙҙәренең яңы әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Танылған шағир, яҙыусы, композитор, журналист, нәшриәтсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Фәтих Кәрим, Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби, сәнғәт өлкәһендә "Алтын барыҫ", "Гәлсәр һандуғас" премиялары эйәһе, меңдән ашыу йырҙар авторы яҡташыбыҙ Рәмил Мотаһар улы үҙенең матур йырҙарын башҡарҙы һәм архангелдәрҙе үҙ тамырҙарын, шәжәрәләрен, туған телен өйрәнергә, һаҡларға, үҫтерергә саҡырҙы.
Түңәрәк өҫтәл артында шулай уҡ Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова телмәр тотто. Ул башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә, йәш быуында рухи байлығыбыҙға ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә “Инйәр” гәзитенең, урындағы телем, халҡым тип янып йәшәгән шағир, шағирәләрҙең әйтеп бөтөргөһөҙ әһәмиәтле, изге эштәре хаҡында һөйләп үтте. “Тулҡын” берекмәһе ағзалары Раушан Хәзиәхмәтов, Роза Ғәббәсова, Гөлирә Фәйрүзова, Нәсимә Юлмөхәмәтова, Зәлифә Фәйзуллина, Ғөбәй Усманов һәм башҡалар сығыш яһаны. Педагогик хеҙмәт ветераны, байтаҡ йылдар “Инйәр” гәзитенең мөхәррире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Нәсиә Йосопова тарих биттәренә байҡау яһап, бөгөнгө сараның яҡшы башланғыс булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тирәкле мәктәбе уҡыусылары Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен матур итеп яттан һөйләне. Һәүәҫкәр артистарҙың концерт номерҙары кәйефтәрҙе күтәрҙе.
“Тарих яҙыр инем ташына” марафоны эшлекле шарттарҙа үтте.
***
Ильяс Сафин, Архангел районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ошондай сараны ойоштороуҙары бик урынлы һәм ваҡытлы. Бөгөнгө ығы-зығылы заманда кешеләргә рухи аҙыҡ бик кәрәк. Беҙҙең планда киләсәктә һәр ауылда әҙәби осрашыуҙар уҙғарыу, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, урындағы һәләттәр менән таныштырыу тора.
Гөлнара Мостафина, яҙыусы, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире:
—Бәләкәйҙән өләсәйҙәребеҙҙең әкиәттәрен, риүәйәттәрен тыңлап үҫтек. Шуға күрә беҙҙең быуын шәжәрәләребеҙҙе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белә. Йәш быуынға ла тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе белеү, уларҙы артабын үҫтереү мотлаҡ. “Тарих яҙыр инем ташына” марафоны бына ошо изге маҡсаттан уҙғарыла ла инде.
Фәнзил Санъяров, ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доценты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар Союзы ағзаһы:
—Кешеләргә, бигерәк тә йәш быуынға үҙ тарихын өйрәнергә, тамырҙарын белергә кәрәк. Үҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнеү аша ғына ата-бабалар рухын, мәҙәниәтен һәм телен аңлап була. Башҡортмон тигән башҡорт башҡаларға өлгө булып, киләсәк быуыны улар менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәргә тейеш.
Республикабыҙ буйынса иғлан ителгән ошондай сараны хуплайым. Күҙгә-күҙ ҡарашып, аралашҡанда ғына халыҡтың нимә менән йәшәгәнен, уйҙарын беләһең.
Дилара Бәҙретдинова,
Автор фотоһы.
Читайте нас