Уның усағын һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү — һәр кемдең изге бурысы.
Матур, татыу ғаилә — ил күрке. Ул ни тиклем берҙәм булһа, йылылығы шул тиклем көслөрәк, дәүләтебеҙ ҙә ныҡлы була.
Үткән йома район мәҙәниәт йортонда “Сәләмәтлелек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек”, “Башҡорт тарихы” йылы сиктәрендә “Матур ғаилә — ил күрке” тип аталған мәртәбәле сара ойошторолдо. Бәйгелә районыбыҙҙың һәләтле, иң әүҙем, тырыш, уңған, тормоштан йәм, тәм табып йәшәгән, береһенән-береһе матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләгән, башҡаларға үрнәк булырлыҡ ғаиләләре ҡатнашты. Оҙондар ауылы биләмәһенән Илмира менән Рәфис Хәбировтар, Абҙандан Әлиә менән Илмир Кинйәғоловтар, Вәлимә менән Закир Өмөтбаевтар, Архангел ауылынан Гүзәл менән Таһир Фазыловтар һәм уларҙың балалары сағыу сығыштары менән тамашасыларға күңелле һәм файҙалы ял бүләк итте.
Конкурсанттарҙың һәр береһе тамашаға ныҡлы әҙерлек менән килгән. “Визитка”, “Спорт күнекмәләре”, “Башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереү” һәм ижади ярышта кемдер йыр-моңға маһирлығын, артислыҡ һәләттәрен, икенселәр, физик яҡтан сослоғон, киң даирәле булыуын күрһәтте, ғаиләләре, яратҡан шөғөлдәре тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Абруйлы вәкилдәр ингән баһалама комиссияһына дәғүәселәр араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы. Конкурс бер нисә шарт буйынса баһаланды: сығыштарҙың сағыулығы һәм үҙенсәлеге, башҡарыу оҫталығы, тамаша алдында үҙеңде тотоу мәҙәниәте, милли үҙенсәлектәр барлығы.
Рәфис Хәбировтың уҡтан мәргән атыуы, ғаилә ағзаларының сослоҡтары, Өмөтбаевтарҙың килештереп уйнауҙары, Кинйәғоловтарҙың, бала бәләкәй тип тормай, сарала ҡатнашып, берҙәмлектәрен күрһәтеүҙәре, ә Фазыловтарҙың бер нимәгә ҡарамай (Таһир Фазылов эштәге мәшәҡәттәр арҡаһында һуңлап килеп етһә лә), маҡсаттарына ирешеүҙәре залдағыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Һөҙөмтәлә, ”Эшһөйәр ғаилә” номинацияһы Хәбировтарға, “Талантлы ғаилә” — Өмөтбаевтарға, “Татыу ғаилә” — Кинйәғоловтарға һәм “Өлгөлө ғаилә” — Фазыловтарға бирелде.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә үҙҙәренең тырышлығы һәм һәләттәре өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.