Инйәр
+13 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:24
“Йылы нурҙар бөркөлә”
“Хазина” бейеү төркөмө ағзалары менән артабан танышайыҡ.
Был юлы һеҙҙең иғтибарығыҙға Лилиә Рауил ҡыҙы Яхинаны тәҡдим итәм. Лилиә Рауил ҡыҙы 1949 йылдың 21 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған. Әсәһе ғүмер буйы уҡытыусы, атаһы хисапсы булып эшләй. Ғаиләлә матур тәрбиә алған ҡыҙ мәктәптә лә тырышып уҡый һәм өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, күп уйлап тормай уҡытыусы һөнәренә уҡырға инә.
70-се йылдарҙа Архангел районы егете Хәлит Зөфәр улына кейәүгә сыға. Улар ике балаға ғүмер бүләк итә. Тормош иптәше партия эшсеһе булараҡ, яҙмыш уларҙы ниндәй тарафтарға ғына ташламай. Ире ҡайҙа, йәш ҡатын да уның менән бергә ауырлыҡтарға бирешмәй һәр саҡ ғаилә усағы һағында ҡала.
Хаҡлы ялға киткәнсе почтала гәзит-журналдарға яҙылыу мөдире булып эшләй. Тәбиғәте буйынса итәғәтле, кеселекле, аралашыусан, тәртип, бөхтәлек яратыусы ханым бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырырға яратмай. Ул һәр саҡ хәрәкәттә, эҙләнеүҙә. Балалары, ейәнсәрҙәре тип өҙөлөп тора. Аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә оҫта.
Тормоштоң тик ыңғай, матур яҡтарын күрергә, яҡындарына, күршеләренә тик изгелек ҡылырға ашҡынып торған Лилиә Рауил ҡыҙы тормоштоң тәмен, йәмен татып йәшәй. Уның яратҡан шөғөлдәренең береһе — бейеү сәнғәте. Ошо һөйөү уны “Хазина” төркөмөнә килтерә лә инде.
Бөгөн етмешенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан әхирәтебеҙгә һоҡланмаған кеше юҡ. Әүҙем, үҙ өҫтөндә һәр саҡ эшләгән, заман менән бергә атлаған ханым күптәргә үрнәк. Һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, йомшаҡ, яғымлы тауышлы, мөләйем төркөмдәшебеҙҙән тик йылы нурҙар бөркөлә. “Хазина” ла шундай бейеүсебеҙ булғанға бик шатбыҙ!
Рәсимә Мөхәмәтйәнова,
“Хазина” бейеү төркөмө етәксеһе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"