Инйәр
-4 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 09:33

Муттар һаман шылтырата

Башҡаларҙы алдап, үҙҙәренә файҙа күрергә ынтылғандарҙың хәйләкәрлегенә шаҡ ҡатырлыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәҙер муттар банктарҙың “ҡайнар бәйләнеш” тәрен үҙләштерә башланы.
Банк карталарынан аҡса урлаған енәйәтселәргә нисек ҡаршы торорға?
Мәкерле уй йөрөткән әҙәмдәр ғәҙәттә төндә йәки иртә таңдан шылтырата. Йоҡоһонан саҡ уянған кеше тиҙ генә яңылышыр тип өмөтләнәләр. Телефондан иһә теге йәки был банктың рәсми номеры сыға. Шылтыратыусы һеҙгә исем, фамилияғыҙ менән өндәшергә, хатта банк картағыҙҙың номерын да әйтергә мөмкин. Ғәжәп түгел: әлеге мәғлүмәттәрҙе улар алдан белешә. Шулай итеп, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған әҙәм һеҙҙең банк картаһы менән шикле операциялар башҡарылғанын, шуға күрә кисекмәҫтән саралар күрергә кәрәклеген хәбәр итә. Үҙе ашыҡтыра, тиҙ һәм ышаныслы итеп һөйләй, телефондан офиста эш ҡайнап торған кеүек тауыштар ҙа ишетелеп китә.
Алдауҙың тағы бер ысулы. Муттар банк картаһынан ҙур суммаға ниндәйҙер шикле түләүҙәр башҡарыла тип әйтеп, уларҙы туҡтатыу өсөн картала яҙылған мәғлүмәттәрҙе, ПИН-кодты йәки телефонға килгән СМС хәбәрҙе әйтеүҙе һорарға мөмкин. Әгәр ҙә икеләнеп тороуығыҙҙы һиҙһә, хәҙер бөтөн аҡсағыҙ юҡҡа сығасаҡ тип ҡурҡыта. Енәйәтсе үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алһа, шунда уҡ картағыҙҙа булған аҡсанан “баш ҡағасаҡһығыҙ”.
Бындай осраҡтарҙа нимә эшләргә һуң?
Әгәр банктан шикле шылтыратыуҙар килһә, һеҙҙең менән һөйләшкән кешенең исем-фамилияһын, банк бүлексәһенең атамаһын һорағыҙ ҙа телефонды һүндерегеҙ. Ошо уҡ номерға яңынан шылтыратығыҙ. Банктың “ҡыҙыу бәйләнеш” телефон номерын ҡабаттан йыйығыҙ: был номер банк картаһының икенсе яғында йәки банктың рәсми сайтында яҙылған.
Банк менән бәйләнешкә кергәс, һеҙгә шундый номерҙан шылтыратыу булыуы тураһында хәбәр итергә кәрәк. Банкта быны теркәйҙәр һәм муттарҙың эше түгелме икән тип тикшерәсәктәр.
Ҡаушарға, ашығырға ярамай. Әгәр банк һеҙҙең счеттар менән ниндәйҙер шикле операцилар башҡарылыуын асыҡлаһа, ул уны ике тәүлеккә туҡтата. Ошо ваҡыт эсендә банкка операцияны раҫлау йәки уны кире ҡағыу тураһында шылтыратып хәбәр итергә була. Әгәр 48 сәғәт эсендә шылтыратмаһағыҙ, туҡтатылып торған операция аҙағына тиклем башҡарыласаҡ.
Бер ваҡытта ла шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, банк картаһының реквизиттарын һәм йәшерен мәғлүмәттәрҙе башҡаларға хәбәр итмәгеҙ, шул иҫәптән — картаның икенсе яғындағы CVC/CVV-кодты, СМС хәбәр менән килгән код һәм ПИН-кодтарҙы. “Код һүҙ”ҙе банктың “ҡыҙыу бәйләнеш”енә шылтыратҡанда ғына әйтергә ярай.
Аҡсаларығыҙҙы муттарҙан һаҡлар өсөн таныш булмаған номерҙарға киренән шылтыратмағыҙ, СМС хәбәрҙәр ебәрмәгеҙ. “Банктан” тип килгән хәбәрҙәрҙә яҙылған интернет-һылтанмаларға баҫмағыҙ. Ниндәйҙер шикле шылтыратыуҙар, яҙыуҙар булған осраҡта, банктың рәсми номерына шылтыратып, операторҙан һорағыҙ.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас