Инйәр
+8 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:30

Миғраж кисе

“Миғраж” һүҙе һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата.

Миғраж — күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаһҡа пәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер пәйғәмбәргә бирелмәй.
Ошо изге кистә Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәт­кән. Мосолмандар өсөн Ҡиәмәт көнөнә тиклем бү­ләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ва­ҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.
Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәм­бәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.
Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә — Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә — Йософ, дүртенселә — Иҙрис, бишенселә — Һарун, алтынсыла — Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәмбәребеҙгә, алда әйтел­гәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шу­лай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тап­ҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.
Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.
Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гөнаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.
Миғраж кисендә тотҡан ураҙа йөҙ көн ураҙа тотоуға һәм йөҙ төн буйына намаҙ уҡыуға тиң.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас