Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:52
“Хоҙай ауырлыҡтан арындырыр…”
Был доғаны тәҡдим иткән ханым сығышы менән Башҡортостандан.
Ул Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе бер иргә кейәүгә сығып, бөгөн шунда матур итеп йәшәп ята. Бер нисә йыл элек улар сауҙа өлкәһендә шәхси эш асып ебәрә. Яйлап күтәрелеп, мул табыш ала башлай. Күп тә үтмәй, ҡала ситендә ҙур коттедж төҙөп сығалар. Ҡыҫҡаһы, тормош матур, шатланып-ҡыуанып йәшә лә йәшә. Әммә көтмәгәндә табиптар хужабикәлә яман ауырыу таба. Ир менән ҡатын йөрөмәгән ер ҡалмай, барлыҡ аҡсаларын түгеп бөтәләр. Сит илдә уҡыған балалары ҙур коттеджды ике бүлмәле фатирға алмаштырып, әсәләрен Германиялағы дауаханаға урынлаштыра. Уға операция яһайҙар, шунан һуң иҫәпһеҙ-һанһыҙ реабилитация курстары… Был хәлдән һуң ул шунда уҡ намаҙға баҫа. Тәүбә ҡыла.
Ауырыған сағында бер хәҙрәткә мөрәжәғәт итә. Дин белгесе уға ошо доғаны ҡабатлап йөрөргә ҡуша: “Хәсбиаллаһу үә ниғмәл үәкилү, ниғмәл мәүлә үә ниғмән нәсыйру, ғуфранәкә раббәнә үә иләйкәл мәсыйр”.
“Доғаның көсөнә бар йөрәгем менән ышандым һәм ул миңә ярҙам итте. Хоҙай белеп тә, белмәй ҙә ҡылған барлыҡ гонаһтарымдан арындырыр өсөн миңә ошо һынауҙы ебәргәндер. Һеҙ ҙә тәүбәгә килегеҙ, намаҙға баҫығыҙ, Ҡөрьән өйрәнегеҙ”, — тип кәңәш итә яҡташыбыҙ.
Ғәрәп теле белгесе, уҡытыусы Айтуған Ҡуланчин әлеге доғаны башҡортсаға тәржемә итте: “Минең ышанысым Аллаһ һәм Ул иң күркәм үәкил, иң күркәм падишаһ, иң күркәм ярҙамсы. Һинән ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Раббыбыҙ, Һинең яныңа әйләнеп ҡайтыу — урыныбыҙ”.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"